Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Февраль 2023, 11:10

Алдаҡсыларға ышанып, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағып ҡуймағыҙ!

Башҡортостанда уҙған тәүлектә телефон аша мутлыҡ факттары буйынса туғыҙ енәйәт эше ҡуҙғатылған — республикала йәшәүселәр енәйәтселәргә 2 миллион һумға яҡын аҡса күсергән.  Мәҫәлән, бер осраҡ Белорет ҡалаһында теркәлгән.

Алдаҡсыларға ышанып, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағып ҡуймағыҙ!
Алдаҡсыларға ышанып, аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡағып ҡуймағыҙ!

Башҡортостанда уҙған тәүлектә мутлыҡ факттары буйынса туғыҙ енәйәт эше ҡуҙғатылған — республикала йәшәүселәр енәйәтселәргә 2 миллион һумға яҡын аҡса күсергән.  Мәҫәлән, бер осраҡ Белорет ҡалаһында теркәлгән.

Полицияға аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан 30 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уға туристик турҙар буйынса менеджер шылтыратып, осһоҙ хаҡҡа юллама һатып алырға тәҡдим иткән. Ул ҡыҙыҡтырғыс тәҡдимгә ризалашып, «турагент» иҫәбенә 120 мең һум күсергән. Ә белгес аҡсаны алғас та юғалған. 

«Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Банк хеҙмәткәремен тип шылтыратһалар, трубканы һалығыҙ. Шуны онотмағыҙ: мутлашыусылар ялған номерҙар ҡулланырға мөмкин. Социаль селтәрҙә аралашҡанда һаҡ булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алһағыҙ, уларҙың шәхси номерына шылтыратып белешегеҙ. Шикле һылтанмаларҙы асмағыҙ, тикшерелмәгән сайттарға инмәгеҙ», — тип белдерәләр Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

https://bash.bashinform.ru/news/law/2023-02-06/respublikala-u-an-t-lekt-mutly-fakttary-buyynsa-tu-y-en-y-t-eshe-u-atyl-an-3131943

 

Автор:
Читайте нас: