Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
27 Ғинуар 2023, 15:30

МУТЛАШЫУСЫЛАР ЙОҠЛАМАЙ! Банк карталарығыҙҙың реквизиттарын сит кешегә хәбәр итмәгеҙ!

2022 йылда район биләмәһендә 16 мутлашыу осрағы теркәлгән. Мутлашыуҙың иң таралған ысулдарының береһе – “Авито” ҡушымтаһы, “Вконтакте” төркөмө аша интернет селтәрендә тауар һатып алғанда йәки һатҡандағы мутлашыуҙар. Һатыусы йәки һатып алыусы яуыз ниәт менән эш итеүселәргә үҙҙәренең банк реквизиттарын әйтеп, мутлашыусылар ҡармағына эләгәләр.

Шулай уҡ “Вконтакте” социаль селтәрендәге аккаунттарҙы емереү осраҡтары йышайған – аккаунттың файҙаланыусыһы исеменән уларҙың таныштарына бурысҡа аҡса күсереп тороуҙарын һорап хәбәрҙәр ебәрелә. Әгәр һеҙгә шундай хәбәр килә икән, ул кешегә шылтыратып, был мәғлүмәтте тикшерергә һәм һеҙҙең танышығыҙға ысынлап та аҡса кәрәк икәненә ышаныу шарт. Ҡағиҙә булараҡ, аҙаҡ уларҙың һеҙҙән аҡса һорамауы асыҡлана.

Кешеләргә, йәнәһе, “Сбербанк”тың хәүефһеҙлек хеҙмәтенән тигән шылтыратыуҙар килеүен дауам итә. Улар, йәнәһе лә, әлеге ваҡытта кемдәрҙер һеҙҙең исемдән кредит алырға маташа, тип һеҙҙе үҙегеҙҙең банк картағыҙҙың иҫәп һандарын әйттерергә тырышалар йәки ҡушымта аша ниндәйҙер ғәмәлдәр башҡарырға өндәйҙәр.

Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһында түбәндәге енәйәттәр артты. Енәйәтселәр, үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары (прокуратура, Тәфтиш комитеты, эске эштәр министрлығы - полиция, социаль хеҙмәт һ.б.) хеҙмәткәрҙәре тип әйтеп,  алдау юлы менән һәм граждандарҙың ышанысы менән яуыз ниәттә файҙаланып, оло йәштәге кешеләрҙе, “туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны” тигәнерәк ялған хәбәр ҡулланып алдап, курьерҙар ярҙамында уларҙан аҡса средстволары һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәр урлайҙар.

Миҫал. Оло йәштәге кешегә телефондан шылтыраталар. Яуыз ниәтле мутлашыусы үҙен хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкиле тип атап, “һеҙҙең туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына тарыны” тип хәбәр итә. Артабан ул, имеш тә, был мәсьәләне хәл итеү, йәғни был ауыр хәлдән сығыу юлдарын тәҡдим итә. Бының өсөн аҡса средстволары һорай. Оло кешеләр, нигеҙҙә, аҡса тапшырырға ризалаша.

Күпмелер ваҡыт үткәс, ул кешенең адресына курьерҙар ебәрәләр. Улар аҡсаны алып китә һәм артабан яуыз ниәт менән эш итеүсе мутлашыусыға тапшыралар (күсерәләр). Өлкән йәштәгеләрҙең хистәренә психологик баҫым яһалыу арҡаһында улар йыш ҡына енәйәтселәрҙең ҡорбанына әйләнәләр.

Хөрмәтле райондаштар!

Үҙегеҙҙең банк карталарығыҙ аша аҡса түләү операциялары башҡарғанда бик һиҙгер һәм уяу булырға саҡырабыҙ. Сит кешеләргә үҙегеҙҙең банк картағыҙҙың реквизиттарын хәбәр итмәгеҙ. Үҙегеҙҙең аҡсаларығыҙҙы таныш булмаған һәм аңлашылмаған инвестиция проекттарына һалмағыҙ!  Таныш булмаған кешеләргә аҡсаларығыҙҙы тапшырмағыҙ һәм күсермәгеҙ! Сөнки әгәр берҙән-бер көн үҙегеҙҙең аҡса средстволарығыҙҙан яҙһағыҙ, уларҙы, практик алғанда, кире ҡайтарыу мөмкин түгел!

 

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе.   

         

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: