Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Ғинуар 2023, 12:10

ЮЛ... ҠӘЙНӘ... ПИСТӘЛИТ... (Яҙыусы яҡташыбыҙ Миләүшә Ҡаһарманованың машина йөрөтөргә өйрәнеү тарихының дауамы)

...Бер апай менән ағай, шулай, тәүгә машина алғас, заправкала туҡтағандар. Ағай, ауыл ире булараҡ баҙнатһыҙланып ултырып ҡалған, заправить итергә ҡатынын сығарған. Апай сыҡҡан да окошкаға барған. Ундағы хеҙмәтләндереүсе быға: “Вытащите и поставьте пистолет” тигән. --У меня нет пистолета, — тигән апай аптырап. --Вам же бензин нужен. Ну тогда снимите пистолет и вставьте в люк, — тип ныҡыша икән эстәге. Кеҫәһендә тупайып ятҡанды әллә был пистәлет тип уйланы микән тип, апай бейәләйҙәрен сығарып күрһәткән: --Откуда у меня может быть пистолет? (Тулыраҡ – сайтта)

ЮЛ... ҠӘЙНӘ... ПИСТӘЛИТ... (Яҙыусы яҡташыбыҙ Миләүшә Ҡаһарманованың машина йөрөтөргә өйрәнеү тарихының дауамы)
ЮЛ... ҠӘЙНӘ... ПИСТӘЛИТ... (Яҙыусы яҡташыбыҙ Миләүшә Ҡаһарманованың машина йөрөтөргә өйрәнеү тарихының дауамы)

Сергей Петрович менән арыуыҡ дуҫ беҙ хәҙер. “Петрович” итеп кенә ҡыҫҡартып алдым үҙен, ул миңә “вы” ти йәки фамилия менән өндәшә. Исем-отчество менән мәшәҡәтләнеп тормаҫҡа булдыҡ.
Башта аҙыраҡ эләгештек, уныһын аңланығыҙ бит инде. Дрессировщик һымаҡ ҡыланып маташҡан булғайны. Тик апайығыҙ бит инде уға эт түгел. Эт булған хәлдә лә, цирктыҡы түгел тип әйтмәксе инем, таяҡ менән командаға бармай. Шуны беренсе көндөң аҙағында уҡ ултыртып аңлаттым егеткә, хәҙерге йәштәр аҡыллы ла инде, беҙҙең кеүек түгел, как говорится, понял с первого раза.

Петрович ҡәйнәһе менән йәшәй икән. Ҡәйнәнең провинциялағы фатирын һаттырып, бында бергәләп ҙурҙан алып ингәндәр ҙә... бөгөн берен-бере үлтерер хәлдәләр.
--Ул минең тормошомдо ағыулай. Беҙгә бер нәмәне лә үҙебеҙсә эшләргә бирмәй. Бөтөн ергә тығыла. Баланы һәм ҡатынымды миңә ҡаршы ҡуя, — тип ҡыҙып-ҡыҙып һөйләй был.
--Шулай уҡ та балаларына насарлыҡ теләй микән? Ғәҙәттә, әсәйҙәр ниндәйҙер яҡшылыҡ эшләйем, тип, зыян килтерергә мөмкин, ә маҡсатлы рәүештә түгел, — тип, үҙемсә фаразлайым мин.
--Переключайте уже. Давай, газуй, ҡалма грузовиктан. — иртәнсәк кенә ҡәйнәһе менән талашып сыҡҡан ир тыныслана алмай әле. — Квартирант һымаҡ йәшәйһең, өйҙә бер нәмә эшләмәйһең, тип, игәй ҙә игәй. Мин нимә, пасуда менән иҙән йыуайыммы инде? Көнө буйына эштәмен, өс көнгә бер төнгә охранаға сығам...
--Минең сиденье аҫтында нимәлер тыҡылдай, ишетәһеңме? И как бутты бы руль ошо яҡҡа тарта, — ҡайһы яҡҡа икәнен ҡул менән күрһәтәм. – Ҡәйнәң конкретно нимәләр эшләүеңде теләй һуң? Бәлки, кәрәген күреп етмәйһеңдер?
--О, молодец, машинаны тояһың. Аҫтағы туҡылдауҙы мин дә ишеттем, примерно аңланым нимә икәнен. Кискә егеттәргә ҡарап ҡуйырға ҡушырмын. Ә рулең тарта, сөнки шул яҡтан ҡарға менеп алғанһың. Уртағараҡ сыҡ, нимәнән ҡурҡаһың? Бына һинең полосаң.
Үҙе шул уҡ тон менән икенсе темаға күсә:
--Ашағандан һуң өҫтәлеңде йыйып китмәйһең, ти... Йә кейемде йыуырға ҡатынға ҡалдырғанмын, йәнәһе, үҙем стиралкаға ташлап китмәгәнмен. Кәләш бит өйҙә ултыра, декретта, ҡәйнә пенсияла. Бер түгел ике ҡатын була тороп, мин ниңә шундай ваҡ-төйәкте башҡарырға тейеш ул? Бына һеҙ нисек уйлайһығыҙ?.. Көҙгөңә ҡара – обгон. Сәбәләнмә. Өҫтөңә менмәй бит, үтә лә китә.
Өҫкә менмәһә лә, Петрович әйтмешләй, шөбһәләндерә бит эргәнән зыйлап килеп үтеп киткәндәрендә. Бигерәк тә ҙур машиналар булһа, еленән осоп ҡалыр һымаҡһың.
--Бындай осраҡта, беләһеңме, һәр бер ваҡ низағтың сәбәбен белеп тә, аңлап та бөтә аңмаясаҡһың. Ә нигеҙе һеҙҙең бер фатирҙа һыйыша алмағанда. Ҡатыныңды ла ике яҡҡа тартҡылап арытып бөтәсәкһегеҙ. Ахырҙа ул әсәһен һайлаясаҡ. Ғәҙәттә, шулай була, сөнки әсәһе уға яҡыныраҡ һымаҡ.
--Дөрөҫ әйтәһегеҙ, кәләш, шул тиклем арыным һеҙҙең талаш-тартыштан, ти. Минең дә ул өйгә ҡайтҡым да килмәй инде. Ҡатын менән малайҙы ғына һағынам.
--Ҡатының менән ултырып аңлаш та, ҡәйнәңә айырым фатир бүлеп бирегеҙ. Ипотека түләһәгеҙ түләрһегеҙ, уның ҡарауы ғаиләгеҙҙе һаҡлап алып ҡалырһығыҙ һәм нервыларығыҙ ҙа тыныс булыр.
--Шулайтмай булмаҫ, ахыры...

Заправкаға индермәксе булды был мине. Үҙе туҡтатып төштө лә ҡалды:
--Минең анауында йомош бар. Аҙаҡтан ситтә көтөрһөң.
Саҡ тоҫҡап килеп туҡтаным. Пистәлитте алып ҡуйҙым. Пистәлит тигәндән, ошо урында бер мәрәкә. Бер апай менән ағай, шулай, тәүгә машина алғас, заправкала туҡтағандар. Ағай, ауыл ире булараҡ баҙнатһыҙланып ултырып ҡалған, заправить итергә ҡатынын сығарған. Апай сыҡҡан да окошкаға барған. Ундағы хеҙмәтләндереүсе быға: “Вытащите и поставьте пистолет” тигән.
--У меня нет пистолета, — тигән апай аптырап.
--Вам же бензин нужен. Ну тогда снимите пистолет и вставьте в люк, — тип ныҡыша икән эстәге.
Кеҫәһендә тупайып ятҡанды әллә был пистәлет тип уйланы микән тип, апай бейәләйҙәрен сығарып күрһәткән:
--Откуда у меня может быть пистолет?
Шул саҡ артына сиратҡа аҫҡан ир кеше ярҙамға килгән һәм аңлатып ебәргән. Апай килеп иренә әйткән икән, тегенеһе әрләй, ти:
--Э-эй, пистәлиттең нимә икәнен дә белмәйһеңме? Ауыл...

Мин ул апайҙан көлмәйем, сөнки бик яҡшы аңлайым уны. Бейәләйемде сығарып күрһәтмәһәм дә, бензин ҡойоп алырға эшкинһәм дә, әле бына нисек итеп артҡа биреп сығырға белмәй торам. Теорияла все ясно һымаҡ ул, тик бит бынау колонкаларҙы бәрҙермәй, берәүҙе лә тапамай ғына китергә кәрәк. Донъяны шул бәләнән аралап, машина эргәһендә баҫып тик торам. Йә, анау суҡынған урыҫым оҙаҡланы.
--Чье стоим? – тине, саҡ ҡына арыраҡ торған машина артына килеп туҡтаған тағы бер машина водителе, тәҙрәһен төшөрөп.
--Ждем, щас вот женщина назад даст...
Мин уға әйтеп бөтөргә бирмәнем:
--Женщина назад не даст, если не поможете.
Ошо урында “Потомки Салавата отступать не умеют” тип тә өҫтәге килгәйне, был ҡаты морондар минең үтә лә үткер милли шаяртыуымды аңламаҫтар, тип, телемде тешләнем.
Ирҙәр ҡарашып алды ла, алдағыһы сығып ярҙамға килде. Минекен елтерәтеп кенә алып барып ҡырға ҡуйҙы. Рәхмәттәр уҡып инеп ултырғайным ғына, Петрович килеп етте. Маҡтап ташланы:
--Во! Задание выполнено!
Атаң башы, тип уйлайым эстән генә, ә үҙем эре сирттерәм:
--А чье ты думал? И не такие заваливали.

Автор:
Читайте нас: