Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
23 Декабрь 2022, 17:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Янғын иҫкәрткесе арҡаһында хужалар уянып, янғын һағына хәбәр итеп өлгөргән.

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Демография
Аҙна эсендә районда 3 сабый тыуған. Бер яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Бер пар никахын тарҡатҡан. 2 райондашыбыҙ вафат булған.

01 хәбәр итә
Иҫке Собханғолда өйҙөң төкәтмәһенә ут тоҡанған. Янғын иҫкәрткесе арҡаһында хужалар уянып, янғын һағына хәбәр итеп өлгөргән.

02 хәбәр итә
Декабрҙең 15-енән 22-һенә тиклемге ваҡыт эсендә
район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 37 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), шәхси документтар юғалтыу (3), ғаилә низағы (2), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), үлтереү менән янау (1), шәхси милек, документтар урлау (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (2), кредиттарҙы түләүҙән тайҡалап йөрөү (2) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 50 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә -44.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: