Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
14 Декабрь 2022, 12:00

Байрамдар имен үтһен

Статистикаға күҙ һалһаҡ, Яңы йыл осоронда янғындар һаны бермә-бер арта.

Байрамдар имен үтһен
Байрамдар имен үтһен

Рәсәйҙә янғындан иң күп һәләк булыусылар 27 декабрҙән 10 ғинуарға тиклемге осорға тура килә. Ошо ваҡыт арауығында тәүлегенә уртаса 1000 янғын сығыу осрағы һәм уларҙа бер нисә йөҙ кешенең ҡорбан булыуы теркәлә.

Башҡортостанда был осорҙа тәүлегенә 200-ләп янғын осрағы тура килә. Был ҡәҙимгенән ике тапҡырға артығыраҡ. Ҡайһы бер йылдарҙа был осорҙа 30-лап кешенең һәләк булыуы теркәлә.
Яңы йыл байрамдары осоронда янғын сығыу осраҡтарының иң беренсе сәбәбе – алкоголь ҡулланыу. Артабан – ғәмһеҙлек, электр үткәргестәрҙең төҙөк булмауы, дөрөҫ үткәрелмәүе йәки гирляндаларҙы тикшермәйенсә ҡуйыу йәки оҙаҡ яндырыу.


Кеше күп йыйылған урындарҙа янғын сыҡҡан осраҡта хәүеф кимәле ныҡ арта. Шуның өсөн дөйөм шыршы байрамы үткәрелә торған урындарҙы ентекләп тикшереү мотлаҡ. Ишек эргәләрендәге ҡамасаулаған әйберҙәрҙе алып, сығыу юлдарын иркен тотоу фарыз. Йәнә запас ишектәрҙе лә әҙер тоторға кәңәш итәбеҙ. Шулай уҡ алкоголь ҡулланырға яратҡан күрше-күләндәрегеҙгә лә күҙ-ҡолаҡ булыу зыян итмәҫ. Сөнки уттың ялы-ҡойроғо юҡ.


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ут сыға ҡалһа, йәки ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, шунда уҡ 101, 112 һандарына тиҙ арала хәбәр итегеҙ! Өйҙәрегеҙгә янғын иҫкәрткес ҡоролмалары алып ҡуйыу хәйерле.


Яңы йыл байрамдарыбыҙ имен һәм күңелле үтһен, тиһәк, барыбыҙға ла ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк.

Автор:Ш. Хәкимов, 73-сө янғын һағы начальнигы.
Читайте нас: