Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
2 Декабрь 2022, 18:15

Пиротехника менән һаҡһыҙ эш итһәң

Рәсәйҙә йыл һайын Яңы йыл байрамдарында пиротехника менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпле янғындар сыға.

Пиротехника менән  һаҡһыҙ эш итһәң
Пиротехника менән һаҡһыҙ эш итһәң

Бөрйән районында янғындарҙы һәм уларҙа кешеләрҙең һәләк булыуын булдырмау маҡсатында “Янғын хәүефһеҙлеге тураһында”ғы Федераль законға, янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләренә ярашлы, билдәләнгән биналарҙа һәм төрлө тәғәйенләнештәге ҡоролмаларҙа, шулай уҡ шартлау һәм янғын хәүефе булған объекттар биләмәләрендә, тимер юлдар, нефть үткәргестәр, газ торбалары һәм юғары вольтлы электр линиялары һыҙаттарында, ҡыйыҡтарҙа, балкондарҙа, бина фасадтарында, митингыларҙа, РФ халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттары, зыярат, ҡурсаулыҡ, милли парк һәм заказник биләмәләрендә, һауа торошо насар булғанда пиротехник изделиеларҙы ҡулланыу тыйыла.

Көнкүреш тәғәйенләнешендәге пиротехник изделиеларҙы ҡулланыу һәм һатыу Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләре талаптарына, Таможня союзы комиссияһының “Пиротехник изделиеларҙың хәүефһеҙлеге тураһында” таможня союзының техник регламентына тап килергә тейеш.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының 28-се янғын-ҡотҡарыу отряды ойошма етәкселәрен, граждандарҙы пиротехник изделиеларҙы һатыу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәргә, уларҙы махсус бүленгән майҙансыҡтарҙа ғына ҡулланырға саҡыра.

Автор:Р. Фәйзуллин, отряд начальнигы урынбаҫары, эске хеҙмәт майоры.
Читайте нас: