Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Ноябрь 2022, 11:25

Яңы трактор ҡайтты

Ҡышҡы осор ҡарға бай булғас, шәхси кешеләрҙән тыш, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренең дә ҡыш көнө эше бермә-бер арта. Урамдарҙы ҡарҙан таҙалау еңел түгел. Ҡайһы бер осраҡта юл хеҙмәткәрҙәренә тәүлек әйләнәһенә ошо юҫыҡта эшләргә тура килә.

Яңы трактор ҡайтты
Яңы трактор ҡайтты

 Матурлыҡтың да кире яҡтары була шул. Ҡышын районыбыҙҙа ҡарҙың күп яуыуы, ҡапыл сатлама һыуыҡтар төшөүе, ғөмүмән, тәбиғәтенең ҡырыҫлығы, бигерәк тә ситтән килгән кешеләрҙе аптырашта ҡалдыра. Ошо ерҙә тыуып үҫеп, донъя көткәндәр генә был уңайһыҙлыҡтарға күнегеп, быға хатта иғтибар ҙа бирмәй ҡәҙимге тормош күреп йәшәүҙәрен дауам итәләр.

    Ҡышҡы осор ҡарға бай булғас, шәхси кешеләрҙән тыш, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренең дә ҡыш көнө эше бермә-бер арта. Урамдарҙы ҡарҙан таҙалау еңел түгел. Ҡайһы бер осраҡта юл хеҙмәткәрҙәренә тәүлек әйләнәһенә ошо юҫыҡта эшләргә тура килә. Район үҙәгендәге ҡар менән көрәшеү маҡсатында ошо көндәрҙә өр-яңы ҡеүәтле “Беларусь -  1221” тракторы ҡайтарылған. Гостехнадзор инспекцияһында иҫәпкә ҡуйылған трактор эшен башлаған - Баҙал биҫтәһендә тәүге тапҡыр ҡарҙы ышырып та төшкән икән. Әлеге лә баяғы ҡарҙың күп булыуы сәбәпле, көрәгенең яҫылығы самалы булып сыҡҡан. Бөгөнгө көндә тракторҙа йөрөгән Илнур Көҫәпколов ошо көрәкте яҫыртыу менән мәшғүл ине.

   Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә ауыр эштәрендә уңыштар ғына теләргә ҡала.

   Әйткәндәй, ошо көндәрҙә гостехнадзор инспекцияһы тарафынан "Снегоуборочная машина" тип аталған профилактик саралар үткәрелде, ҡар таҙалауҙа йәлеп ителгән техниканы тикшереп, булған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә тәҡдимдәр белдерелде.

Автор:Булат Тимергалиев
Читайте нас: