Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Ноябрь 2022, 16:00

Көҙгө-ҡышҡы хәүефтәрҙән һаҡ булайыҡ

Уҙған аҙнала район хакимиәтендә Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияһының сираттан тыш ултырышы үтте. Унда комиссия ағзалары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма етәкселәре ҡатнашты. Ултырышта 8 ноябрҙә үткән команда-штаб уҡыуҙарына йомғаҡ яһалды, көҙгө боҙ хәүефе, көҙгө-ҡышҡы осорҙа янғын хәүефһеҙлеге буйынса һөйләшеүҙәр булды, ауыл хакимиәте башлыҡтарына, мәғариф ойошмаларына хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса күрһәтмәләр бирелде, бурыстар ҡуйылды.

Көҙгө-ҡышҡы  хәүефтәрҙән һаҡ булайыҡ
Көҙгө-ҡышҡы хәүефтәрҙән һаҡ булайыҡ

Көҙгө боҙға ышанырға яраймы?
Көҙгө боҙ көҙгөләй булһа ла ышан, яҙғы боҙ яҫтыҡтай булһа ла ышанма, тигән әйтем бар халыҡта. Әммә боҙ ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, һыу буйҙарында бик һаҡ, бигерәк тә балаларға иғтибарлы булырға кәрәк.
-Республика биләмәһендә уҙған йылда 113 кешенең батып үлеү осрағы теркәлһә, быйыл йыл башынан һыу ятҡылыҡтарында 107 кеше һәләк булған. Шуларҙың 10-һы балалар. 15 октябрҙән генә 7 кеше һыу аҫтына китеп вафат булған, - тине комиссия рәйесе Н. Сафин.

Тулыраҡ "Таң" гәзитенең  46-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: