Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
11 Ноябрь 2022, 10:30

“Ҡыҙыу линия” үткәрелә

Бөрйән районы прокуратураһы урман менән файҙаланыу өлкәһендәге енәйәттәргә ҡаршы көрәш мәсьәләләре буйынса даими күҙәтеү алып бара. Әгәр һеҙгә урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыу факттары, урман ҡырҡыу менән шөғөлләнгән кешеләр тураһында билдәле булһа, Башҡортостан республикаһы, Бөрйән районы, Иҫке Собханғол ауылы, Урал урамы, 1/1 адресы буйынса БР Бөрйән районы прокуратураһына мөрәжәғәт итергә йәки 8 (34755) 3-52-08 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.

“Ҡыҙыу линия” үткәрелә
“Ҡыҙыу линия” үткәрелә

Үрҙә күрһәтелгән телефон номеры буйынса һеҙ шулай уҡ сит ил граждандары күпләп йәшәгән урындар, уларға торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналарҙың бирелеүе, сит ил кешеләре эшкә йәлеп ителгән сауҙа нөктәләре, төҙөлөш объекттары хаҡында, шулай уҡ граждандарҙың хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу, эш хаҡы йәки пособие түләмәү, халыҡҡа спиртлы эсемлектәрҙе (алкоголде) законһыҙ һатыу, ғаиләлә көс ҡулланыу һәм тән йәрәхәттәре алыу факттары, наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше, ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу йәки браконьерлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләр тураһында хәбәр итә алаһығыҙ.
Күрһәтелгән мәсьәләләр буйынса район прокуратураһында 10 ноябрҙән 30 ноябргә тиклем “ҡыҙыу линия” үткәреләсәк.

Автор:Ф. Ғәйетҡолов, район прокуроры.
Читайте нас: