Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
10 Ноябрь 2022, 10:25

Иңдәрендә оло яуаплылыҡ

Бөгөн РФ Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Райондаштарыбыҙҙың тыныслығы, именлеге күп йәһәттән полиция хеҙмәткәрҙәренең эшенә бәйле. Енәйәтселеккә ҡаршы көрәш, тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса иңдәрендә ҙур яуаплылыҡ ята уларҙың. Районда үткән ижтимағи-сәйәси, мәҙәни, спорт сараларының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәр ҙә улар.

Иңдәрендә оло яуаплылыҡ
Иңдәрендә оло яуаплылыҡ

Бөрйән районы буйынса эске эштәр бүлексәһендә бөтәһе 56 аттестацияланған полиция хеҙмәткәре һәм 7 ирекле ялланған персонал эшләй. Бүлексәлә ваҡытлыса тотоу изоляторы, енәйәтте тикшереү бүлеге, участка уполномоченныйҙары бүлеге, тикшереү төркөмө, тәүтикшереү төркөмө, ЮХХДИ бүлеге, дежур бүлек, миграция пункты, тыл йүнәлеше подразделениелары эшләй.

Дөйөмләштереп әйткәндә, бүлексә РФ Президенты, БР Эске эштәр министрлығы ҡуйған бурыстарҙы үтәй, райондың криминоген ситуацияһын контролдә тота, йәмғиәттә тәртипте һаҡлау менән бер рәттән енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып бара, тип белдерҙе бүлексә начальнигы, полиция подполковнигы Линар Хоҙайназаров.

Уның менән әңгәмәне "Таң" гәзитенең 45-се һанында уҡырһығыҙ.

Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: