Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Октябрь 2022, 12:00

Ә һеҙ тәгәрмәсегеҙҙе алыштырҙығыҙмы?

Ҡайһы бер райондаштарыбыҙ ҡышҡы тәгәрмәстәрен октябрь баштарында уҡ ҡуйҙыртып алһа, бәғзеләре көндәрҙең ныҡлап һыуытыуын көтә. Һауа торошона фараздарҙы иҫәпкә алып, ошо көндәрҙә шиномонтаждарға халыҡ күпләп мөрәжәғәт итә. Хатта сират йыйылып китә. Район үҙәгендә ниндәй шиномонтаждар эшләй һәм уларҙа хаҡтар нисек?

Ә һеҙ тәгәрмәсегеҙҙе алыштырҙығыҙмы?
Ә һеҙ тәгәрмәсегеҙҙе алыштырҙығыҙмы?

Көҙ етеү менән һәр автоһәүәҫкәр алдында тәгәрмәсте ҡайһы ваҡытта алмаштырырға тигән һорау тора. Белгестәрҙең дөйөм тәҡдимдәре буйынса һауа температураһы +5 градустан түбән була башлаһа, алмаштырырға мәл етте тигән һүҙ.

Нияз Намаҙбаевтың Салауат урамында урынлашҡан «Дакар» шиномонтажы 2018 йылдан алып эшләй. Тәгәрмәстәр һатыу, алыштырыу, ремонтлау сервистары тәҡдим ителә. Һатыуҙағы тәгәрмәстәр 2850 һумдан башлана. Уларҙы миҙгелле алыштырыу 13 размерға 600 һумдан, 14 размерға 700 һумдан башлана. Шиномонтаж хужаһы әлеге мәлдә хеҙмәттәр теҙмәһен киңәйтеү, бинаны ҙурайтыу буйынса эштәр башҡара.

Станислав Черновтың «Автойыуыу» хеҙмәте янында урынлашҡан шиномонтажы халыҡты 2021 йылдан хеҙмәтләндерә. Тәгәрмәстәрҙе алыштырыу 13 размерға 560 һумдан, 14 размерға 600 һумдан башлана. Шулай уҡ уларҙа автомобилен йыуҙырған клиенттар өсөн шиномонтажға ташламалар ҡаралған.

Динис Мөнировтың Баҙал биҫтәһенең Мәсем урамында урынлашҡан автосервисында ла тәгәрмәстәрҙе миҙгелле алмаштырыу хеҙмәте бар. Хаҡтар 600 һумдан башлана. 2017 йылда асылған автосервис автомобилдең йөрөү өлөшөнә, двигателенә ремонт эштәре башҡарыу менән шөғөлләнә.

Айнур Юлсуриндың М. Ғафури урамында урынлашҡан автосервисында тәгәрмәстәр алыштырыу 400 һумдан башлана. Автосервис 2007 йылдан алып эшләй. Автомобилдең йөрөү өлөшөнә, двигателенә ремонт эштәре башҡаралар, тағы ла диагностика эшләү, тәгәрмәстәрҙең ауышлыҡ мөйөштәрен көйләү (развал схождений) хеҙмәттәрен күрһәтәләр.

Рафаэль Тимерәйевтың Матросов урамында урынлашҡан шиномонтажында ла тәгәрмәстәрҙе алмаштыртып ҡуйҙырырға була. Хаҡтар 500 һумдан башлана.
Шиномонтаждарҙың барыһында ла тәгәрмәстәрҙе ысҡындырыу, йыуыу, балалансировкалау, кире ҡуйыу өсөн айырым хаҡтар ҡаралған. Дискыларҙың төрө лә иҫәпкә алына.

Тәгәрмәстәрҙе алыштырыу миҙгелгә бәйле генә башҡарыла торған эш түгел, тип белдерә белгестәр. Уны башҡарыу өсөн тағы ла кәмендә биш сәбәп бар.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 43-сө һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: