Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
28 Октябрь 2022, 13:00

“Иғтибар – балалар!” операцияһы башланды

2022 йылдың 9 айы эсендә Республика биләмәһендә 16 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашлығында 368 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 11 бала һәләк булған, 405 бала төрлө тән йәрәхәттәре алған.

“Иғтибар – балалар!” операцияһы башланды
“Иғтибар – балалар!” операцияһы башланды

Быйылғы юл-транспорт ваҡиғаларының күпселек осрағы йәйәүлеләр ҡатнашлығында булған: 3 бала һәләк булған, 147 бала йәрәхәтләнгән. Балала яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар булмауы арҡаһында барлыҡҡа килгән юл-транспорт ваҡиғаһында 3 бала йәрәхәтләнгән.


Пассажир балалар ҡатнашлығында 136 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 4 бала вафат булған, 166 бала төрлө тән йәрәхәттәре алған.


5 юл-транспорт ваҡиғаһында 7 йәшкә тиклемге, йәнә 5 юл-транспорт ваҡиғаһында 7 йәштән 12 йәшкә тиклемге балаларҙы транспорт сараһында йөрөтөү ҡағиҙәләре боҙолоуы асыҡланған.
Һуңғы ваҡытта бәлиғ булмаған балаларҙың транспорт саралары менән идара итеп, юл-транспорт ваҡиғаларына тарыуҙарының йышайыуы хафаға һала. Мопед йәки уға оҡшаш транспорт саралары менән идара иткән бәлиғ булмаған водителдәр ҡатнашлығында 54 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Унда 3 бала вафат булған, 51 бала тән йәрәхәттәре алған. Ошо 54 юл-транспорт ваҡиғаһының 29-ы балаларҙың һаҡһыҙлығы арҡаһында булған, унда 28 бала йәрәхәтләнгән.


Бәлиғ булмаған велосипедистар менән 40 юл-транспорт сараһы теркәлгән. Унда 1 бала һәләк булған, 39 бала йәрәхәтләнгән, 8 бала үҙ һаҡһыҙлығы арҡаһында төрлө йәрәхәттәр алған.
Урамдарҙа һәм юлдарҙа үҙ-үҙеңде хәүефһеҙ тотоуға, даими йәшәгән һәм уҡыған урындарында балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе транспорт мөхитенә өйрәтеү, шулай уҡ балаларҙы транспортта йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау буйынса иҫкәртеү сараларын көсәйтеү маҡсатында 2022 йылдың 24 октябренән 11 ноябренә тиклем Бөрйән районы биләмәһендә “Иғтибар – балалар!” тигән иҫкәртеү саралары үткәрелә.

Автор:С. Буранбаев, ЮХХДИ бүлегенең юл күҙәтеүе буйынса дәүләт инспекторы, өлкән лейтенант.
Читайте нас: