Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Октябрь 2022, 10:00

Башҡортостан буйынса Милли банк финанс хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә

Аферистар һәр ваҡыт яңы ялған схемалары уйлап таба. Ғәҙәттә, көнүҙәк мәғлүмәтте файҙаланалар: 2020 йылда ул коронавирус пандемияһы булды, 2022 йылдың башында популярлыҡ яулаған санкциялар темаһы булды, хәҙер иһә мобилизацияға бәйле яңы сценарийҙар барлыҡҡа килер, моғайын. Аҡса юғалтыуҙарҙы булдырмауҙың берҙән-бер ысулы - теләһә ниндәй тәҡдимде тәнҡит күҙлегенән сығып ҡабул итеү, мәғлүмәтте яңынан тикшереү һәм финанс ҡарарҙарын ҡабул иткәндә бер ҡасан да ашыҡмау. Мутлашыусыларҙы танырға мөмкин булған дөрөҫ билдәләр түбәндәгесә.

Башҡортостан буйынса Милли банк финанс хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә
Башҡортостан буйынса Милли банк финанс хәүефһеҙлегенең төп ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрә

Һеҙгә үҙҙәре бәйләнешкә
сығалар
Һеҙгә таныш булмаған кеше шылтырата, СМС-хәбәр, электрон хат йәки мессенджерға һылтанма ебәрә. Ул үҙен кем генә тип таныштырһа ла - банк, полиция, магазин хеҙмәткәре - һаҡ булығыҙ. Ул контакт инициаторы булғас, уға һеҙҙән нимәлер кәрәк. Үҙен танытҡан кеше ысынлап шул кешеме, юҡмы икәнен тикшереп ҡарарға кәрәк. Телефонда күренгән номерҙы - алмаштырырға, аккаунттарҙы йәки билдәле кешеләрҙең йәки ойошмаларҙың ялған сайтын ҡулланырға мөмкин. Шуға күрә уяу булырға һәм бер кемгә лә һүҙгә ышанмаҫҡа кәрәк.
Һеҙҙең менән аҡса тураһында һөйләшәләр
Мутлашыусыларҙың төп бурысы - сит аҡсаларҙы үҙләштереү. Алдашыу схемалары һәр саҡ тиерлек финанстар менән бәйле: һеҙгә бөтә аҡсағыҙҙы «хәүефһеҙ иҫәпкә» күсерергә, «кредит алыу өсөн страховканы» түләргә йәки «һаҡлыҡҡа йыйған аҡсағыҙҙы» инвестицияларға «бик отошло» һалырға тәҡдим итәләр.
Һеҙҙән шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе хәбәр итеүегеҙҙе һорайҙар
Әгәр бурҙарға фатир асҡысы кәрәк булһа, мутлашыусыларға иһә иҫәптәге аҡсағыҙҙың асҡысы кәрәк. Улар - картағыҙҙың конфиденциаль мәғлүмәттәре: номеры, ғәмәлдә булыу ваҡыты һәм уның артындағы өс һан; банк сайтының шәхси кабинетына йәки мобиль ҡушымтаға логиндар һәм паролдәр; СМС һәм банк белдереүҙәренән ябай күсермәләр. Банктың ысын хеҙмәткәре бер ҡасан да картаның серле реквизиттары, ПИН-кодтар һәм паролдәр хаҡында һорамай! Әгәр банк шикле түләүҙе йәки һеҙҙең иҫәптән күсереүҙе күрһә, һеҙҙең менән операцияны раҫлау йәки кире ҡағыу өсөн генә бәйләнешкә инәсәк. Бының өсөн конфиденциаль мәғлүмәттәр талап ителмәй. Әгәр улар тураһында һораһалар - инанығыҙ, банктан шылтыратмайҙар һәм һеҙҙе алдарға маташалар.


Һеҙҙе тигеҙләнештән сығаралар
Мутлашыусылар ҡурҡытыу йәки ҡыуандырыу кеүек көслө хистәр тыуҙырырға теләй. Шул рәүешле улар потенциаль ҡорбандың уяулығын баҫып ала һәм ҡаҡшата. Мәҫәлән, «Һеҙҙең онлайн-банкты емергәндәр!» тип хәбәр итәләр. Йә, киреһенсә, лотереяла ҡапыл отоу тураһында яңылыҡ менән аптыраталар йәки тиҙ генә байырға вәғәҙә итәләр. Һеҙ уның урынына «аҙ ғына иғәнә түләргә» һәм бының өсөн сайтта банк картаһы мәғлүмәттәрен индерергә тейешһегеҙ. Мутлашыусылар фишинг (ялған) биттәр булдыра, уның ярҙамында карталарҙың мәғлүмәттәрен урлайҙар һәм ышаныслы ҡулланыусыларҙың иҫәптәрен асалар. Сәләмәт скептицизм һаҡлағыҙ һәм, нисек кенә тулҡынланһағыҙ ҙа, башҡаларҙың инструкцияларына ҡолаҡ һалырға ашыҡмағыҙ.


Һеҙгә баҫым яһайҙар һәм ашыҡтыралар
Мутлашыусылар һеҙгә хәлде ентекләп уйларға ваҡыт бирмәҫ өсөн һәр саҡ ашыҡтыралар. Һеҙҙе нимәгәлер мәжбүр итәләр, шарттар ҡуялар: «йә хәҙер үк, йә һуң буласаҡ». Һайлау хоҡуғы бирелмәгән һәм кисекмәҫтән эш итергә мәжбүр иткән хәл шикле. Психологик уңайһыҙлыҡ кисерһәгеҙ, шунда уҡ аралашыуҙан туҡтағыҙ. Һеҙ алдаҡсы менән оҙағыраҡ һөйләшһәгеҙ, ул һеҙгә баҫым яһаясаҡ. Һеҙҙең бөтә һорауҙарығыҙға алданыусыларҙың әҙер яуабы бар, улар хәлде ҡатмарлаштыра ғына.

Финанс хәүефһеҙле-генең төп ҡағиҙәләрен күҙ уңында тотоғоҙ:
Әгәр һеҙ шылтыратыу көтмәһәгеҙ, таныш булмаған номерҙарҙан шылтыратыуға яуап бирмәү яҡшыраҡ.
Әгәр яуап бирһәгеҙ, таныш булмаған кеше аҡсаға ҡағылышлы һөйләшеү башлаһа, шунда уҡ әңгәмәне өҙөгөҙ: енәйәтсе менән оҙағыраҡ аралашҡан һайын, уның һеҙҙе “һөйләндерә” башлау һәм аҡсаға “ултыртыу” мөмкинлектәре артасаҡ.
Әгәр таныш булмаған кеше «аҡсағыҙға банк иҫәбендә хәүеф янай», йәиһә, «һеҙҙең исемгә кредит алырға маташалар» һ.б. тип нимәлер хәбәр иткәндән һуң һеҙ һөйләшеүҙе туҡтатһағыҙ, ләкин ниндәйҙер шиктәр ҡалған икән, үҙегеҙҙең банкка бәйләнешкә инегеҙ, ләкин һеҙгә шылтыратҡан номерға түгел! Был да енәйәт схемаһының бер өлөшө булыуы мөмкин. Үҙаллы телефон номерҙарын йыйығыҙ: банктың телефоны һеҙҙең картағыҙҙа бар йәки уны рәсми сайтта табырға мөмкин.
Ниндәй генә сәбәп булһа ла банк картаһының тулы реквизиттарын, шул иҫәптән икенсе яғындағы өс урынлы кодты, шулай уҡ банктан СМС-хәбәр булып килгән ПИН-кодтарҙы һәм паролдәрҙе хәбәр итмәгеҙ.
СМС-хәбәрҙәрҙән килгән шикле һылтанмаларға инмәгеҙ.
Шылтыратыусы ҡушыуы буйынса аҡса күсермәгеҙ, кредит алмағыҙ.
Банктың йәки башҡа рәсми структураларҙың ысын хеҙмәткәрҙәре быны бер ҡасан да телефон аша һорамай.
Интернет аша түләүҙәр башҡарған картағыҙҙа күп аҡса һаҡламағыҙ: хәҙерге ваҡытта тотонорға теләгән сумманы ғына һалығыҙ. Был осраҡта, әгәр мутлашыусылар аҡсаны урларға маташһа ла, улар артыҡ күп сығара алмаясаҡ.
Бер ниндәй ҙә ҡыҙыҡтырғыс тәҡдимдәргә - «отошло кредит» булһынмы йәки ҡапыл ғына барлыҡҡа килгән компенсациямы - ризалашмағыҙ.
Үҙегеҙгә уйланырға ваҡыт бирегеҙ, таныштарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ, компания һәм ул рекламалаған «уникаль акция» тураһында мәғлүмәтте тикшерегеҙ.
Шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе - телефон номерын, йорт адресын, паспорт мәғлү-мәттәрен сайтта һәм социаль селтәрҙәрҙә һаҡла-мағыҙ. Мутлашыусылар был мәғлүмәтте үҙҙәренең аҫтыртын эштәрендә ҙур теләк менән файҙалана.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, Рәсәй банкы (Үҙәк банк), бер ҡасан да граждандарға шылтыратмай һәм хәбәр ҙә ебәрмәй.
Статистика буйынса, күпселек осраҡта кешеләр һаҡлыҡҡа йыйған аҡсаларын хакерҙар уларҙың банк иҫәбен емергәнгә генә юғалтмай. Банк карталары хужалары йышыраҡ мутлашыусыларға конфиденциаль мәғлүмәттәрен хәбәр итә: картаның реквизиттары, шул иҫәптән банктан операцияларҙы раҫлау өсөн килгән номерҙар, ҡулланыу срогы, өс һанлы CVV/CVC-код, шулай уҡ СМС-хәбәр булып килгән кодтар һәм паролдәр.

Мутлашыусылар тоҙағына эләккәндәргә нимә эшләргә?
Әгәр телефондан мутлашыусылар аҡсағыҙҙы урлаһа, шунда уҡ картағыҙҙы блокировкалағыҙ. Быны банк сайтындағы шәхси кабинетта йәки мобиль ҡушымтала, шулай уҡ банктың бәйләнеш үҙәге аша (телефон картаның артҡы яғында күрһәтелгән) йәки уның теләһә ниндәй бүлексәһендә эшләргә мөмкин.
Мөмкин тиклем тиҙерәк, аҡсаны иҫәптән сығарғандан һуң тәүлек эсендә банк бүлексәһендә операция менән килешмәү тураһында ғариза яҙығыҙ һәм аҡсаны урлау тураһында ғариза менән полицияның теләһә ниндәй бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ.
Мутлашыу йәки мутлашыу осрағына шик тыуһа, Рәсәй банкына мөрәжәғәт итегеҙ - сайтта интернет-ҡабул итеү бүлмәһе аша йәки 8-800-300-30-00 ҡыҙыу линияға (300 - мобиль телефондан). Шылтыратыу бушлай.

Автор:Рәсәй банкының Урал баш идаралығының Башҡортостан буйынса бүлексәһе – Милли банкы.
Читайте нас: