Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Октябрь 2022, 15:00

Янғындар хәүефкә һала

Район буйынса йыл башынан бөгөнгө көнгә тиклем шәхси хужалыҡтарҙа 31 янғын осрағы теркәлгән.

Янғындар хәүефкә һала
Янғындар хәүефкә һала

Һуңғы ваҡытта районда шәхси йорттарҙа сыҡҡан янғындар хәүефкә һала. Район буйынса йыл башынан бөгөнгө көнгә тиклем шәхси хужалыҡтарҙа 31 янғын осрағы теркәлгән. Янғында фажиғәле рәүештә үлеп ҡалыусы кешеләр (5 кеше) күбәйҙе. Былтыр икәү булды, улар араһында балалар булыуы бигерәк тә аяныслы.

Район һәм ауыл хакимиәттәре, Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитетының янғынды иҫкәртеү хеҙмәте инструкторҙары, 73-сө янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре тарафынан иҫкәртеү саралары үткәрелеп тороуға ҡарамаҫтан, был афәт менән көрәшеү тейешле һөҙөмтә бирмәй килә.


Район буйынса теркәлгән янғын осраҡтарының статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалғанда, 10 осраҡ (32 процент) электр уты менән бәйле, йәғни электр үткәргестәрҙең ныҡ иҫке булыуы һәм уларҙың көсөргәнешле эшләүе, уларҙы файҙаланғанда һаҡланыу сараларын дөрөҫ ҡулланмау сәбәпсе булһа, 6 янғын (19 процент) эскән килеш тәмәке тартыуға бәйле. Шулай уҡ 5 осраҡта(16%) мейестәрҙең төҙөк булмауы һәм уларҙы тотонғанда хәүефһеҙлек сараларын инҡар итеү, күп сығым талап итмәгән ремонт эштәрен ваҡытында башҡармау сәбәп булып торһа, 4 янғында (13%) ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпсе булған.


Районда янғындар менән көрәшеү өсөн 73-сө янғын һундереү, урман хужалығының, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының янғын менән көрәшеү хеҙмәттәренән тыш, ауылдарҙа ирекле ут һүндереү командалары бар. Ундағы эшләгән егеттәр бер ниндәй ҙә эш хаҡы алмайынса, үҙҙәрен аямайынса, ирекле рәүештә янғындар менән көрәшәләр, уларҙың хеҙмәттәренә тик рәхмәттәр генә әйтер кәрәк.


Район халҡына ут менән мөғәләмә иткәндә иғтибарлы булырға, һаҡланыу сараларын инҡар итмәҫкә, бәләкәй балаларҙың яңғыҙҙарын ҡалдырмаҫҡа, мейестәрҙең төҙөклөгөн даими ҡарап торорға, электр үткәргестәрҙең һәм электр приборҙарының торошон тикшерергә, эскән килеш тәмәке тартмаҫҡа, тәмәке төпсөктәрен һүндермәй ташламаҫҡа һәм белгестәрҙең тәҡдимдәрен теүәл үтәргә, йорттарға автоном янғын иҫкәрткестәр ҡуйҙырырға саҡырабыҙ.


Шулай уҡ, әгәр ҙә ут ҡабыныу осрағын күреп ҡалһағыҙ, тәү сиратта кеҫә телефоны аша 112, 101 һандарын йыйып, янғындың теүәл адресын әйтеп, тиҙ арала оран һалырға һәм йорт эсендә кешеләр юҡлығына инанғас, ярҙам килгәнсә мөмкин тиклем уттың юлын быуыу буйынса эштәр башҡарырға кәрәк. Документтарым, аҡсаларым, кәрәк-яраҡтарым юҡҡа сыға, тип ҡайғырырға ярамай, һаулыҡ булһа, уларҙың бөтәһен дә тергеҙеп була, тик кеше ғүмерен генә кире ҡайтарып булмай.


Барығыҙҙы ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, ут менән һаҡ булырға саҡырабыҙ.

Автор:Ә. ШАҺИВӘЛИЕВ, район хакимиәтенең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш белгесе.
Читайте нас: