Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Октябрь 2022, 17:00

Иғтибарлы бул, йәйәүле!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе йәйәүлеләр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаларына анализ яһаны. 30 сентябргә ҡарата 3 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән - йәйәүлеләрҙе бәрҙереп китеү осраҡтарында 3 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Иғтибарлы бул, йәйәүле!
Иғтибарлы бул, йәйәүле!

Был хәлдең төп сәбәбе - водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауы.


Бөрйән районының дәүләт автоинспекцияһы йәйәүлеләргә төп ҡағиҙәләрҙе иҫкәртә:


-йәйәүлеләр тротуарҙар йәки йәйәүлеләр юлдары буйлап, улар булмағанда юл ситтәре буйлап хәрәкәт итергә тейеш;


-ҡараңғы ваҡытта йәки күреү мөмкинлеге насар булғанда йәйәүлеләргә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булған кейем кейергә кәңәш ителә;


-йәйәүлеләр юлды үткәүел аша сығырға тейеш;


-йәйәүле яҡынлашып килгән транспорт сараларының туҡтауына, юл аша сығыу хәүефһеҙ икәнлегенә инанғас ҡына үткәүел аша сығырға тейеш.


Һауа торошо насарайған ваҡытта йәйәүлегә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. Әгәр ҙә томан төшһә йәки ямғыр яуһа, водителдең күреү мөмкинлеге бер нисә тапҡырға насарая. Бындай шарттарҙа водителгә хәрәкәт итеүе ҡыйын, автомобилде туҡтатыу өсөн кәрәкле ара ла арта. Шуны хәтерегеҙҙә тотоғоҙ - машина шунда уҡ туҡтай алмай.


Юл хәрәкәтендә бала иң яҡлауһыҙ ҡатнашыусы. Шуға баланы бәләкәйҙән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә һәм транспортҡа иғтибар итергә өйрәтеү мөһим. Балалар ҡыҙыҡһыныусан була, ләкин ҡайһы берҙә юлдағы хәл-ваҡиғаны дөрөҫ баһалай һәм хәүефте асыҡлай алмай. Хөрмәтле ата-әсәләр, ваҡыт табып, балаларығыҙ менән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү темаһына әңгәмәләшергә тырышығыҙ. Юл аша сығыу буйынса ҡағиҙәләрҙе бергәләп өйрәнегеҙ. Балағыҙ дөрөҫ аңлаймы, алған белемен реаль шарттарҙа үтәй аламы икәнлеген тикшерегеҙ. Балаға үҙегеҙ өлгө булып торғанығыҙҙы онотмағыҙ.


Уҡыусылар ҡатнашлы-ғындағы юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәп-тәре - балаларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуы, йәғни:
-йәйәүлеләр үткәүеле булмаған ерҙә юл аша сығыу;


-ниндәйҙер ҡоролмалар, автомобилдәр, ағастар, ҡоймалар артынан ҡапыл килеп сығыу;


-тротуар булған хәлдә лә юл ситенән хәрәкәт итеү;


-юл ситенән транспорт саралары хәрәкәтенә эйәреп атлау;


-юл аша сығыу ҡағиҙәләрен үтәмәү;


-юл буйлап велосипедта, самокаттарҙа, роликлы конькиҙа йөрөү.


Ата-әсәләрҙең һаҡһыҙлығы:
- балалар менән үткәүел булмаған ерҙә юл аша сығыу;


-юл буйлап балаларҙы коляскала, санала, бәләкәй велосипедтарҙа йөрөтөү;


-автомобилдә балаларҙы креслоһыҙ йөрөтөү йәки креслоны дөрөҫ ҡулланмау.


Ата-әсәләрҙең бурысы – балаларҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәргә, үҙ-үҙеңде һаҡларға өйрәтеү.


Бөрйән районы биләмәһендә 1 октябрҙән 9 октябргә тиклем “Йәйәүле” тигән шартлы исем аҫтында иҫкәртеү саралары үтә.

Автор:А. Йәнбәков, Бөрйән районы буйынса ЮХХДИ бүлеге начальнигы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, полицияның өлкән лейтенанты.
Читайте нас: