Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
7 Октябрь 2022, 12:10

Баҙҙа йәки өйҙә сысҡандар булмаһын өсөн нимә эшләргә?

Көндәр һыуыта башланымы, баҙҙа, өйҙә сысҡандар күренә башлай. Улар баҙҙағы тамыраҙыҡтарҙы ла, ҡышлауға һалынған сәскә тамырҙарын да кимерә. Баҙҙа сысҡандар булмаһын өсөн нимә эшләргә һуң?

Баҙҙа йәки өйҙә сысҡандар булмаһын өсөн нимә эшләргә?
Баҙҙа йәки өйҙә сысҡандар булмаһын өсөн нимә эшләргә?

Сысҡандар ҡайын дегетенең еҫен яратмай икән. Уны “Вишневский” тигән мазь менән дә алыштырырға мөмкин (реклама түгел!).

Ошо майҙы сепрәккә һылап, баҙҙың төрлө мөйөштәренә, өйҙә булһа, өйҙөң мөйөштәренә һалып сығырға кәңәш ителә.

Әйҙәгеҙ, эксперимент эшләп ҡарайыҡ, дуҫтар!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: