Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
29 Август 2022, 11:35

Янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Башҡортостан Хөкүмәте 25 августан Башҡортостан урмандарында янғынға ҡаршы режим индерҙе. 

Янғынға ҡаршы махсус режим индерелде
Янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Уға ярашлы урман фондында усаҡ, ҡый, үлән яндырыу тыйыла. Урман янындағы биләмәләрҙә дежурлыҡ индерелә.

Республиканың башҡарма власть органдарына янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса эште көсәйтергә, барлыҡ янғын бүлектәрендә тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторорға, халыҡ йәшәгән урындарҙы телефон бәйләнеше менән тәьмин итергә күрһәтмә бирелде.

Бойороҡтоң үтәлешен контролдә тотоу республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдиновҡа йөкмәтелде.

Автор:
Читайте нас: