Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Август 2022, 09:25

Юлдарҙа балаларға иғтибарлы булайыҡ

2022 йылдың 6 айы эсендә республика юлдарында бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 169 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән - үткән йыл менән сағыштырғанда, 20,3 процентҡа кәмерәк.

Юлдарҙа балаларға иғтибарлы булайыҡ
Юлдарҙа балаларға иғтибарлы булайыҡ

Уларҙа 5 бала һәләк булған һәм 188 бала төрлө тән йәрәхәттәре алған.

Был юл-транспорт ваҡиғаларының төп өлөшөндә (43,2 процент) балалар транспорт средстволарының пассажирҙары булараҡ зыян күргән - йәмғеһе ошондай 73 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 4 бала вафат булған, 86 бала тән йәрәхәттәре алған.

3 юл-транспорт ваҡиғаһында 7 йәшкә тиклемге балаларҙы транспорт сараларында йөрөтөү ҡағиҙәләре боҙолоу (балалар өсөн махсус ҡорамал ҡулланылмау), 4 юл-транспорт ваҡиғаһында  7 йәштән 12 йәшкә тиклемге балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләре боҙолған булыуы асыҡланған.

Бәлиғ булмаған йәйәүлеләр ҡатнашлығында 70 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 73 бала тән йәрәхәттәре алған.

Бәлиғ булмағандар тарафынан транспорт саралары менән идара итеүгә бәйле юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы айырыуса хәүефләндерә.

Мопед һәм уларға тиңләштерелгән транспорт средстволарының бәлиғ булмаған водителдәре ҡатнашлығында 15 ДТП ҡылынған. Уларҙа 1 бала һәләк булған. Был юл-транспорт ваҡиғаларының 14-е бәлиғ булмағандарҙың үҙҙәренең һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыҡҡан һәм уларҙа 7 бала йәрәхәт алған.

Бәлиғ булмаған велосипедсылар менән 12 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 12 бала йәрәхәт алған. Шул иҫәптән 3 юл-транспорт ваҡиғаһында балалар үҙҙәренең һаҡһыҙлығы арҡаһында зыян күргән.

Урамдарҙа һәм юлдарҙа үҙ-үҙеңде хәүефһеҙ тотоуға бәйле үҙаң тәрбиәләү, даими йәшәгән һәм уҡыған урындарында балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе транспорт мөхитенә өйрәтеү, шулай уҡ балаларҙы транспортта йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймау буйынса иҫкәртеү сараларын көсәйтеү, мәғариф учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү маҡсатында 2022 йылдың 15  авгусынан 9 сентябренә тиклем Бөрйән районы биләмәһендә “Иғтибар – балалар!” тигән иҫкәртеү саралары үткәрелә.

 

А. Йәнбәков,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе ЮХХДИ бүлегенең юл күҙәтеүе буйынса дәүләт

инспекторы.

Автор:
Читайте нас: