Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Август , 09:55

Юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелә

2022 йылдың тәүге 7 айы эсендә, юл-патруль хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, район биләмәһендә 63 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән: бәрелешеү (26), тик торған транспортҡа төкөү (13), ҡаршылыҡтарға бәрелеү (7), юлдан сығып китеү (5), түңкәрелеү  (3), хайуандарҙы бәрҙереү (3), йәйәүлене төкөү  (3) һәм  башҡалар (3). Уҙған йылдың ошо арауығы менән сағыштырғанда, юл-транспорт ваҡиғалары 15-кә күберәк.

Юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелә
Юл-транспорт ваҡиғаларының артыуы күҙәтелә

Йыл башынан юл-транспорт ваҡиғаһында 9 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған (2-әүһе йәйәүлене төкөү, 2-әүһе түңкәрелеү,  2-әүһе юлдан сығып китеү, 3-әүһе ике транспорт сараһының бәрелешеү һөҙөмтәһендә), үлем осраҡтары теркәлмәгән.

Юл-транспорт ваҡиғаларының 6 осрағына водителдең иҫерек булыуы сәбәпсе. Унда 3 кеше тән йәрәхәттәре алған.

Йәйәүлеләр ҡатнашлығында 3 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, унда ике кеше тән йәрәхәте алған. 16 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған балалар араһында 7 ай эсендә юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлмәгән.

Юл-транспорт ваҡиғаларында 102 транспорт сараһы зыян күргән. Был уҙған йылдың ошо ваҡыт арауығы менән сағыштырғанда 27-гә күберәк.

Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ!

Автор:
Читайте нас в