Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
25 Июль 2022, 15:10

Мөжәүир хәҙрәт өйҙө ыҫлап торорға кәңәш иткән

Баймаҡ районында ғүмер итеп, баҡый донъяһына күскән изге әүлиәбеҙ Мөжәүир хәҙрәт йылына ике мәртәбә өйҙө ыҫлап алырға кәрәк тип әйткән. Был сәләмәтлеккә, үҙ-ара мөнәсәбәттәргә, күңел тыныслығына ыңғай тәьҫир итә, тиҙәр. Ыҫлауҙың да үҙ тәртибе бар икән. Был турала –артабан.

Мөжәүир хәҙрәт өйҙө ыҫлап торорға кәңәш иткән
Мөжәүир хәҙрәт өйҙө ыҫлап торорға кәңәш иткән

Мөжәүир хәҙрәт төрлө сирҙән, сихыр, боҙом, ҡара уй, һоҡ, күҙ тейеү, тел-тештән өй эсен төтәҫләп таҙалау өсөн боланут (Иван чай) үләненә мәтрүшкә һәм артыш ҡушып ҡулланырға кәңәш биргән. Төтәҫләр (ыҫлар) алдынан башта тәһәрәтләнегеҙ, доғалар уҡығыҙ. Еләҫ ерҙә киптерелгән артыш (можжевельник ), мәтрүшкә, хәҙрәт үләнен (боланут, иван чай) самалап алығыҙ. Шунан үләндәрҙе бер-бер артлы һауытҡа һалып ут ҡабыҙығыҙ. Иң беренсе артыш, мәтрүшкә, артабан хәҙрәт үләнен яндырығыҙ, аҙаҡ төтөнө менән өйҙө төтәҫләгеҙ. Ишектең һул яғынан башлағыҙ, сәғәт теле йөрөүе буйынса барығыҙ. Мөйөштө аҫтан өҫкә төтәҫләгеҙ. Үлән ҡайһы ерҙә шытырҙап яна, шул ерҙә төтөнлө һауытты оҙағыраҡ тоторға кәрәк. Изге әүлиәбеҙ ошолай итеп йылына бер-нисә тапҡыр өйҙө таҙалап торорға өйрәткән. Өйҙө һәм үҙегеҙҙе ошо рәүешле төтәҫләгәндән һуң, тормошоғоҙ ыңғайланыр, сәләмәтлегегеҙ арыуланып, үҙ-ара мөнәсәбәттәр яҡшырыр, юлдарығыҙ асылыр.

(“Һаҡмар” гәзитендәге мәғлүмәттәр файҙаланылды).

Мөжәүир хәҙрәт өйҙө ыҫлап торорға кәңәш иткән
Мөжәүир хәҙрәт өйҙө ыҫлап торорға кәңәш иткән
Мөжәүир хәҙрәт өйҙө ыҫлап торорға кәңәш иткән
Автор:
Читайте нас: