Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
22 Июль 2022, 09:00

Батып барған ике ҡыҙҙы ҡотҡарған

Бөрйәндә тыуып-үҫеп, хәҙерге көндә Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәүсе яҡташыбыҙ Олег Волков 12 йәшлек улы Глеб менән һыуға батып барған ике Бөрйән ҡыҙын ҡотҡарғандар.

Батып барған ике ҡыҙҙы ҡотҡарған
Батып барған ике ҡыҙҙы ҡотҡарған

Был турала Олег Юрьевичтың класташтары һөйләне. Улар ҡотҡарыусыларҙың һыуҙа иғтибарлы булырға, балаларҙы һыу буйында яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк тигән һүҙҙәрен дә еткерергә ашыҡтылар.


Хәл былай була. 16 июлдә Иҫке Собханғол ауылында Олег Волков улы менән Ағиҙел буйлап кәмәлә йөҙөргә, балыҡ тоторға сыға. Көтмәгәндә һыу инеп йөрөгән ике ҡыҙ ярҙам һорап ҡысҡыра башлайҙар. 100 метр тирәһе алыҫлыҡта йөрөгән Олег уларға ярҙамға ташлана.


- Ул ҡыҙҙарҙы тәүҙә үк күреп йөрөнөк. Тыныс ҡына йөҙөп йөрөнөләр, йылғаның уртаһына тиклем барҙылар. Тик бер ваҡыт ағымға эләгепме, көстәре бөтөпмө, ярҙам һорап ҡысҡыра башланылар. Мин шаяраларҙыр тип уйланым, сөнки ҡысҡырып көлә инеләр. Аҙаҡ аңғарып ҡарайым: берәүһе, ысынлап та, бата башланы, һыуға сәсәп, икенсеһен батыра. Уларҙың эргәһенә барып еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ.


Берәүһен тартып сығарҙым да улыма тотторҙом. Эргә-тирәлә ярҙамға килерҙәй бер кем дә юҡ.


Глеб уны ҡулынан тотоп торҙо, үҙе лә ныҡ ҡурҡты, ҡалтырана башланы. Һуңғы секундтарҙа икенсеһе артынан ынтылдым, ҡыҙ кәмә аҫтына китә башлаған ине. Исемдәрен әйтмәнеләр, 11 һәм 14 йәштәләр икәнен генә белдек. Ҡыҙҙар үҙҙәре шок хәлендә, йомарланып, яр буйында оҙаҡ ултырҙылар.


“Атай, һин герой!” - ти улым. Ә ысынында, улым янымда булмаһа, икенсе ҡыҙҙы, бәлки, ҡотҡарып та өлгөрмәҫ инем, - тип һөйләгән ул.


Олег Волков Иҫке Собханғол мәктәбендә 8-се класты тамамлағандан һуң Ҡазандағы хәрби училищела уҡый. 1992 йылда Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһына уҡырға инә. 1997 йылдан юғары белемле лейтенант Төнъяҡ-Көнбайыш сик буйы округының айырым вертолет эскадрильяһында хеҙмәт итә. Ми-2, Ми-8 вертолеттарында оса.


Армиянан ҡайтҡас, слесарь-ремонтник, механик, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә (УМПО) әйҙәүсе инженер вазифаларын башҡара. 2004 йылдан алып “Уфа-Авиагаз” ойошмаһында участка начальнигы, техник директор урынбаҫары, идара начальнигы вазифаларын яуаплы башҡара. 2020 йылда Санкт-Петербург ҡалаһына “Газпроминвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә газды ер аҫтында һаҡлау объекттарын ремонтлау буйынса бүлек начальнигы урынбаҫары итеп эшкә саҡырыла. Ҡатыны Линиза Фаяз ҡыҙы менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Ҡыҙҙары Элинаға 20 йәш, технология университеты студенты. Батыр малай Глеб уҡыу алдынғыһы - 6-сы класты тик яҡшы билдәләргә тамамлаған.


Атаһы – улы, улы атаһы менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алырлыҡ батырлыҡ ҡылғандар улар.


Ошо осраҡҡа бәйле район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов райондаштарҙы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра:
“Көндәр матур, эҫе тора. Барыһы ла һыу буйында. Ҡыҙғанысҡа күрә, республикала батып үлеүселәр һаны арта бара. Шулай уҡ беҙҙең районда ла ике күңелһеҙ осраҡ теркәлеп, ваҡытында ярҙам күрһәтеп өлгөрөлдө.


Шуға күрә һыу ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә саҡырам: һыу инеү өсөн рөхсәт ителгән урындарҙы ғына файҙаланығыҙ, бер ҡасан да бәләкәй балаларҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, иҫерек килеш һыуға төшмәгеҙ!


Һыу хаталарҙы ғәфү итмәй, онотмайыҡ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ”.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: