Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
19 Май 2022, 17:00

Аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!

2022 йылдың 4 айында Бөрйән районы биләмәһендә 5 мутлашыу факты теркәлде. Мутлашыусылар кешене нисек алдай һуң? Нисек уларҙың тоҙағына эләкмәҫкә?

Аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!
Аҡсағыҙҙан ҡолаҡ ҡаҡҡығыҙ килмәһә, түбәндәге кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ!

Анализ күрһәтеүенсә, мутлашыуҙың иң таралған ысулы интернет селтәрендә “Авито” ҡушымтаһы, “Вконтакте” төркөмөндә тауар һатып алғанда йәки һатҡанда теркәлә -  һатыусы йәки һатып алыусы мутлашыусыларға аҡса күсереү өсөн банк картаһы реквизиттарын хәбәр итә.

Шулай уҡ “Вконтакте” социаль селтәрендәге аккаунттарҙы боҙоу осраҡтары йышайҙы. Аккаунт хужаһы исеменән уның дуҫтарына, таныштарына бурысҡа аҡса һорау тураһында хәбәрҙәр бара.

Әгәр һеҙгә шундай хәбәр килә икән, шылтыратып, танышығыҙға ысынлап та аҡса кәрәкме икәнлеген белешеп,  бындай мәғлүмәтте тикшерергә кәрәк. Ҡағиҙә булараҡ, ғәҙәттә, аҙаҡ уларҙың һеҙҙән аҡса һорамағанлығы асыҡлана.

 

Халыҡҡа “Сбербанк”тың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренән, тигән ялған шылтыратыуҙар ҙа килеүен дауам итә. Улар, имеш, әлеге ваҡытта иҫәп хужаһы исеменән (тимәк, һеҙҙең исемдән) кемдер кредит алырға маташа, тип үҙегеҙҙең банк картағыҙҙың реквизиттарын хәбәр итеүегеҙҙе һорайҙар йәки ҡушымтала һеҙҙән ниндәйҙер тәғәйен ғәмәлдәр башҡартырға тырышалар.

 

Үҙегеҙҙең банк карталарығыҙ буйынса түләү операциялары башҡарғанда бик уяу булырға саҡырабыҙ! Банк карталарығыҙҙың реквизиттарын бер кемгә лә хәбәр итмәгеҙ! Аңлашылмаған инвестиция проекттарына аҡса средстволары күсермәгеҙ! Сөнки шул рәүешлә берҙән-бер көн үҙегеҙҙең аҡса средстволарығыҙҙан яҙаһығыҙ икән, уларҙы кире ҡайтарыу мөмкин булмаясаҡ!

Һаҡ булығыҙ!

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһе. 

          

 

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: