Хәл-ваҡиғалар
17 Августа , 10:25

Әсәйем менән шулай бәхилләшкәнмен...

Был уй нисә йыл тынғы бирмәй миңә... Бәлки, һеҙҙең менән дә шундайыраҡ хәлдәр булғандыр?..  

Әсәйем менән шулай бәхилләшкәнмен...Әсәйем менән шулай бәхилләшкәнмен...
Әсәйем менән шулай бәхилләшкәнмен...

Төшкө ашҡа ҡайтҡан саҡта телефон шылтыраны. Әлеге ваҡытта өлкән апайымда булған әсәйем ҡапыл ғына ауырып киткән. Уртансы апайым менән елдерҙек апайымдарға.

Кисә генә барғанда һин дә мин һөйләшеп, үткәндәрен хәтерләп йылмайып ултырған әсәйгә нимә булды икән?

-Төшкө аш ашап ултыра инек. Әсәйемә ҡапыл ҡыйын булып китте. Скорый саҡырҙыҡ, - ти апайым.

Әсәйемдең йөҙө буҙарыбыраҡ киткән һымаҡ. Карауатында ултыра. Гүзәл апайым менән икебеҙ ике яғынан ултырып, арҡаһын ҡағыштыра, тәнен һыйпаштыра башланыҡ.

-Ҡуй, улайтмағыҙ, ауырта, - тине әсәйем. Унан ятты.

-Бынауы курткамды Гөлнараға бирерһегеҙ. Мал ҡарағанда булһа ла кейер, - тип шул тирәлә эленеп торған яңы курткаһына ымланы.

Ул арала тиҙ ярҙам килеп етте. Фельдшер инфаркт булыуын әйтте. 4 ай элек кенә инсульт үткәргәйне бит әле.  Дауаханаға алып китергә йыйына башланылар.

Беҙ ҙә эйәрҙек. Ковид ваҡыты. Тиҙ ярҙам бүлегенә индереп һалдылар. Йәш кенә табип  Белоретҡа ебәрергә кәрәклеген әйтте. 

Алып киттеләр. Автомобиль ҡуҙғалыу менән аңыма әсәйемде башҡа күрә алмаясағым тураһында “хәбәр” килде. Был турала хеҙмәттәшем Айһылыуға (Ғарифуллина) әйтеп, илай башланым. Шулай ҙа “бәлки” тигән уй менән был “хәбәрҙе” еңергә тырыштым.

Кискә әсәйемдең донъя менән бәхилләшеүе тураһында хәбәр килде. Баҡтиһәң, кардиоүҙәккә тип ебәрелгән әсәйемде ковид-госпиталгә тыҡҡандар - ковид сирлеләр госпиталендә йән биргән.

Әсәйҙе һуңғы юлына оҙатып, әҙерәк баш-күҙ алғас, әсәйемә әйткәнме, әйтмәгәнме һүҙҙәрем иҫкә төшкәндәй була башланы... Өндәме әллә төштәме икәнен аңлай алмайым. Төштә булғандыр, тере кешегә өндә улайтып әйтеп булмайҙыр, тип тынысландырам үҙемде. Уртансы апайым минең менән бергә булды бит, унан һорап ҡарайым әле, тип уйланым бер көндө.

-Эйе, шулай тип әйттең. Әсәйгә нишләп улайтып әйтә икән тип бик аптырағайным, - тине.

Өҫтөмә боҙло һыу ҡойолғандай булды...

Аңымда булғанмынмы, әллә аңым томаланған саҡ булдымы, әсәйемдең өҫтөнә эйелеп:

-Ярай, әсәй, барыбыҙ ҙа бара торған урын инде. Ожмахта осрашырға яҙһын, - тип әйткәнмен. Ул ваҡытта бит әле әсәй үлеп барғандай ҙа түгел, беҙҙең менән ҡәҙимге һөйләшеп ята ине. Тиҙ ярҙам көткән мәлдә булған был. Хатта үлеп барған кешегә лә улайтып әйтеп булмай һымаҡ, барыһы ла яҡшы буласаҡ, йүнәләсәкһең, ти бит кеше, ғәҙәттә. Әллә Аллаһ Тәғәлә бәхилләшергә “тел асҡысы” бирҙеме икән?

Ошо хәл бына нисә йыл инде әленән-әле иҫкә төшөп тик тора. Моғайын, Раббыбыҙ мине шулай бәхилләштергәндер, әсәйемде башҡа күрә алмаясағым хаҡында аңғырт биргән булғандыр, тигән фекергә килдем хәҙер...

Хәйер, әсәйем үҙе лә инде был донъя кешеһе түгел икәнен, теге яҡҡа ыңғайлағанын аңлап ятҡан булғандыр – курткаһын һеңлемә бирергә әйтте бит...

Иң үкенеслеһе - әсәйемде ерләгән көндә Белореттан “ковид не обнаружен” тигән һығымта килде... 

Юҡ, кемдәндер ғәйеп эҙләү ҙә, ғәҙеллек юллау ҙа түгел был яҙманың маҡсаты.

Бары тик баяғы һорауыма дөрөҫ кенә яуап таба алмайым әле шулай ҙа һаман да - уның үлеп китерен белмәгән килеш әсәйем менән бәхилләшеп ҡалыуым аптырата...

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас