

Район хакимиәте башлығы Рәмил Миңлеәхмәт улы Абдуллин бөгөн сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә үтте.
Кәңәшмә ҡотлауҙан башланды.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан Хәйбуллин Ғәлимйән Хәмитйән улы "МХО-ға гуманитар ярҙамы өсөн" миҙалы менән бүләкләнде.
-Хөрмәтле райондаштар! Үткән аҙнала район биләмәһендә 1 төҙөлөш ҡалдыҡтарын яғыу осрағы теркәлгән. Көнкүрештә, тәбиғәттә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам. Шулай уҡ республикала янғынға ҡаршы махсус режим дауам итеүен иҫегеҙгә төшөрөп үтәм. Билдәләнгән режим барышында асыҡ һауала ут ҡулланырға, сүп-сарҙы, ҡоро үлән яғырға ярамай. Хәүефһеҙлек талаптарын боҙған өсөн граждандарға 10-20 мең һум, эшҡыуарҙар өсөн – 80 меңгә, организациялар өсөн – 800 меңгә тиклем күләмендә штрафтар ҡаралған.
Талпандарға бәйле хәл актуаль булып тора. Йыл башынан үҙәк район дауаханаһына талпан ҡаҙалыуы буйынса 35 кеше мөрәжәғәт иткән. Һаҡ булығыҙ!
Малдарҙы контролһеҙ көтөү район өсөн киҫкен проблема булып ҡала. Юлда йөрөгән малдар юл хәрәкәте өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Мал хужалары ниндәйҙер насар эҙемтәләрҙе булдырмау өсөн мал көтөү ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәргә тейеш.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тигән теләктәрен белдерҙе район етәксеһе.
Сығанаҡ: https://vk.com/ramilabdullinburzyan