Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
25 Февраль , 10:45

Өмөкамал фажиғәһе

...Алыҫ түгел бер болан үлгән була. Шул емтеккә бик ҙур айыу килеп йөрөгән. Эҙен дә күргәндәр. Бер көн айыу емтеккә яҡынлап, тумар араһында йәшенеп ята. Эшсе йәштәргә ыржайып ынтыла был. Сайырсылар йүгереп ҡаса башлайҙар. Айыуға шул ғына кәрәк - баҫтырырға тотона. Өмөкамал яңыраҡ ҡына һатып алған бейек үксәле күн итеген кейгән, йүнләп йүгерә алмай. Янлап йүгергән әхирәте, айыуҙы һиҫкәндермәк булып, ҡулындағы биҙрәһен артҡа ырғыта, тик айыу тайшанып ҡына үтеп китә, һаман ҡыуа. Өмөкамал йүгереп барышлай йәһәт кенә бер итеген сисеп ҡалдыра. Бара биргәс, икенсеһен сисмәк булһа, шул мәлдә йыртҡыс ҡыҙҙы эләктереп ала. Әсе ҡысҡырыу тауышына башҡалар туҡтап ҡала, ары йүгереүҙән мәғәнә юҡ. Кире боролоп, күмәкләшеп айыуға яҡынлайҙар...

Өмөкамал фажиғәһе
Өмөкамал фажиғәһе

Килдеғол ауылының төньяғында, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы сигендә Бертеш тигән ер бар. Үткән быуаттың илленсе йылының май айында шул ерҙә була был ҡот осҡос фажиғә. Бертештең өҫкө яғында, шырлыҡлы ҡарағай урманы эсендә егермеләгән кеше сайыр эшендә мәж килә. Гел йәш-елкенсәк, шау-гөр килеп урман тулғандар, дәртләнешеп, йүгереп йөрөп эшләйҙәр. Уйнап-көлөп, шаярышып та алалар. Бертештең һаҙмат үҙәктәрендә ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, балтырған күп, ял ваҡытында ҡыҙҙар, егеттәр йәһәт кенә уларҙы йыя һалып, ашап алалар.
Ул заманда эшкә йәштәрҙе төрлө яҡтан йәлеп итеп, килтереп ҡуша торған булғандар. Бында ла ҡырҙан килгән йәштәр күп. Ҡыҙҙарҙан Ҡасҡынбаева Камила, Хәлиуллина Ғәйшә, Исмәғилева Зөлхизә, Айытбаева Өмөкамалдар алыҫ ауылдарҙан килгән. Үҙебеҙҙекеләр ҙә дәррәү сыҡҡан. Татыу ғына эшләйҙәр.
Алыҫ түгел бер болан үлгән була. Шул емтеккә бик ҙур айыу килеп йөрөгән. Эҙен дә күргәндәр. Бер көн айыу емтеккә яҡынлап, тумар араһында йәшенеп ята. Эшсе йәштәргә ыржайып ынтыла был. Сайырсылар йүгереп ҡаса башлайҙар. Айыуға шул ғына кәрәк - баҫтырырға тотона. Өмөкамал яңыраҡ ҡына һатып алған бейек үксәле күн итеген кейгән, йүнләп йүгерә алмай. Янлап йүгергән әхирәте, айыуҙы һиҫкәндермәк булып, ҡулындағы биҙрәһен артҡа ырғыта, тик айыу тайшанып ҡына үтеп китә, һаман ҡыуа. Өмөкамал йүгереп барышлай йәһәт кенә бер итеген сисеп ҡалдыра. Бара биргәс, икенсеһен сисмәк булһа, шул мәлдә йыртҡыс ҡыҙҙы эләктереп ала. Әсе ҡысҡырыу тауышына башҡалар туҡтап ҡала, ары йүгереүҙән мәғәнә юҡ. Кире боролоп, күмәкләшеп айыуға яҡынлайҙар. Ҡысҡырышалар, айыуҙы ҡурҡытырға, ҡыуырға тотоналар. Тик йыртҡыс ыжламай ҙа, уның урынына
ырылдап ҡыҙҙың тәненә ҡәбәхәт тештәрен тағы ла нығыраҡ батыра. Бер кемдә лә мылтыҡ һымаҡ ҡорал юҡ. Физик көс-ғәйрәте менән был тирәлә даны сыҡҡан Яхин Рәхимйән дә бында, ул, ахырҙа, ҡулына ҙур күҫәк эләктереп ала ла айыуға бармаҡ була. Ләкин уны тыялар, йыртҡысҡа күҫәк менән генә ҡаршы тороп булырмы, ярһытһаҡ, бөтәбеҙҙе лә һәләк итәсәк бит, тиҙәр.
Тиҙ генә ут яғып ебәрәләр, айыуға торонбаштар ырғыта башлайҙар. Был да ыңғай һөҙөмтә бирмәгәс, ауылға, мылтыҡ алып килергә кеше йүгертәләр.
Бер сәғәт тирәһе йыртҡысты һайт-һайтлап ҡыуып аҙапланғандан һуң күрәләр: аҡтүш айыу ҡыҙҙың елкәһенән тешләп күтәрә лә һелкеп ташлап ебәрә. Ҡыҙ тоноҡ ҡына тауыш сығарып тынып ҡала. Ауылдан кешеләр килеүгә айыу киткән була, ғазапландырғыс тән яраларынан ҡыҙ йән бирә.
Өмөкамалды тыуған ауылы Янһарыға (Яңы Собханғол ауылы) алып барып ерләйҙәр. Мәрхүмә шул ауыл кешеһе Солтанғәленең ҡыҙы була.
Бынан бер нисә йыл элек, Өмөкамал хаҡында мәғлүмәт йыйған ваҡытымда, Яңы Собханғолда булғанда оло йәштәрҙәге бер ағай менән мәрхүмә ҡәберенә зыярат ҡылдыҡ.
Өмөкамал фажиғәгә тарыған урынды 1933 йылғы ауылдашым, ваҡиғаның шаһиты Сабир ағай Көмөшбаев алып барып күрһәтте.
Оло быуын кешеләре был ваҡиға хаҡында бына нимә һөйләнеләр.
Килдеғол ауылынан 1935 йылғы Ишбикә еңгәй Исҡужина:
—Өмөкамалдың һеңлеһе Бөрйәндә йәшәй. Илленсе йылдар башында була был. Күршеләге Кордондан (Бәләкәй Ҡыпсаҡ) Исмәғилева Зөлхизә бергә була. Яхин Рәхимйән мастер. Өс ҡыҙ бергә генә сайыр йыйып йөрөгәндәр. Бер ҡыҙ биҙрәһен ташлай. Башына кейелеп айыу аҙыраҡ артта ҡала тәүҙә. 1960 йылда Бертештә кедр сәскәндәр. 1966 йылда шуны утай барғанда Камила апай, Берлек ауылыныҡы, 1931 йылғы ине, фамилияһы Ҡасҡынбаева, шул күрһәтте ул урынды. “Сайыр йыйып арыныҡ та, тамаҡ ашап, ял итеп ята инек. Мастер килә икән тип ырғып торһаҡ, айыу булған, йүгерә башлағас, айыу ҡыуа башланы,” тип һөйләгәйне.
Камила апай улы Марат менән ауылдан саҡырым тирәһе түбәндә ятҡан Оҙонсал утарында торҙолар. Бында урман ҡырҡыусылар, сайырсылар йәшәне. Камила апай ауылға килеп күберәген миндә йөрөнө. Һуңынан ҡырға күсеп киттеләр. Хәҙер улы ла, үҙе лә юҡ инде, ситтә үлеп ҡалдылар. Ул илленсе йылдарҙа урман эшенә ҡырҙан күпләп килгәйнеләр бит. Урыҫтар, мәрйәләр ҙә бар ине.”
Байғаҙы ауылынан 1932 йылғы Сабитов Яхъя ағай:
—Өмөкамалды айыу тәләфләп һәләк итте. Мин дә булдым унда. Сайыр эше ине. Әүжән химлеспромхозының Көньяҡ Үҙән участкаһы булып йөрөй ине беҙҙең эш. Мөшкәттәр сайыр менән тулып бөткән ине. Май сайыры ҡиммәт була торғайны, шуға йыя һалырға ҡабаланып йөрөй инек. Мастер Яхин Рәхимйән, бик эшлекле, абруйлы, кәүҙәле, бик көслө кеше ине.
Ул ваҡиғанан алда Исҡужин Муса ағай менән ат егеп Янһарыға барғайныҡ икәүләп. Ата-әсәһе Өмөкамалды беҙгә ултыртып ебәргәйне эшкә тип. Апҡайтмаһаҡ та булған икән, тик кем белһен шундай хәл килеп сығыр тип. Бертештә тәүҙә ҡыуыш ине, унан балаган ҡороп бирҙеләр. Ул аҡтүш айыуҙар ҡайҙан килеп сыҡҡандыр Бөрйән урмандарына, ят айыуҙар ине. Уларҙы атырға охотниктар Өфөнән килде. Әхмәтшәриф артелдә айыу атыусы. Бөрйәндән Вәлитов Мифтах, Байназарҙан Ҡарағолов Әшрәф тигән ағайҙар килде теге яуыз айыуҙы атырға. Ямаҡай ҙур айыу була ул, кеше күренеү менән ҡаршы саба. Вәлитов Мифтах бер урындан ҡуҙғалмай биш рәт ата. Карабин менән. Алдына килеп ҡолай.
Иҫке Собханғолдан Өмөкамалдың бер туған һеңлеһе 1950 йылғы Һәбибә апай һөйләй:
—Атайым Солтанғәле 1904, әсәйем Өмөъямал 1914 йылғы инеләр. Уларҙың ғаиләһендә беҙ 10 бала тыуғанбыҙ. Бөгөн тик дүртәүбеҙ генә иҫән. Иң өлкәнебеҙ — Өмөкамал апайым һеҙҙең яҡта айыу тырнағына эләгеп һәләк була. Ул 1933 йылғы булған. Әсәйем менән атайым баш балаларын фажиғәле юғалтыу ҡайғыһын ғүмерҙәре буйына йөрәктәре түрендә ҡара ҡайғы итеп йөрөттөләр. Атайым, һуғышта булған кеше, айыуға булған нәфрәтен саҡ ҡына ла йәшерә алманы, беҙҙең өйҙә айыу тураһында һүҙ һөйләмәнеләр, айыу уйынсығыбыҙ ҙа булманы. Айыу яуыз дошман, тиер ине. Әсәйем ҙур ҡайғы кисерһә лә бүтән балалары, донъя мәшәҡәте менән күңелен баҫҡандыр инде бахыр. Байназар ауылына тормошҡа сығып йәшләй үлеп ҡалған Былбыл һеңлебеҙҙе Өмөкамал апаһына ныҡ оҡшаған, ти торғайны. Илле йылдан ашыу бер-береһенә таяныс булып татыу ғына йәшәп, атайым - 80, әсәйем 92 йәшендә үлеп ҡалдылар.
Апайым менән булған ваҡиға мин тыуған йылда була. Әсәйем биш айлыҡ ҡына мине күтәреп бара һеҙҙең яҡҡа.
Мөнир Фәйзуллин.

Автор:
Читайте нас