Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
20 Октябрь 2025, 14:15

Параллель донъя уйҙырма түгел йәки эт нимәгә төкөнө?

...Сабынлыҡта трактор арбаһына бесән тейәнем дә, урман араһынан аҡрын ғына сыға башланым. Тәгәрмәс юлынан этем йүгереп килә. Бер аҙҙан эт сыйнап илай башланы.

Параллель донъя  уйҙырма түгел йәки эт нимәгә төкөнө?
Параллель донъя уйҙырма түгел йәки эт нимәгә төкөнө?

Сабынлыҡта трактор арбаһына бесән тейәнем дә, урман араһынан аҡрын ғына сыға башланым. Тәгәрмәс юлынан этем йүгереп килә. Бер аҙҙан эт сыйнап илай башланы.

Боролоп ҡараһам, этемде күҙгә күренмәгән кемдер алға үткәрмәй. Эт сәбәләнә, тегеләй, былай йүгереп ҡарай, быялаға төкөлгәндәй башы менән бәрелә лә, ултырып илай. Мин арбамды артҡа табан йөрөтә башланым, ошо саҡ этем муйынындағы ҡайышынан бер метр тирәһе бейеклеккә күтәрелде, мин арбамды кире алға йөрөткәс, эт кире төшөрөлдө. Был күҙгә күренмәгән көс менән көрәшеүҙең файҙаһыҙ булмауын тойоп, ҡайтып киттем. Эт бер сәғәттән һуң ҡыуып етте.
Ошоға оҡшаш тағы бер ваҡиға булды. Ҡустылар, кейәүҙәр, үҙемдең малайҙар менән Нөгөш буйына балыҡҡа китеп барабыҙ. Иң алдан - ҡустылар, ике кейәү, улар артынан томбойоҡ, ҡамыштар араһынан - мин, минең арттан этебеҙ Байкал килә. Яр буйынан шулай эйәртенешеп бара инек, артта этебеҙ сыйнап илай башланы. Әйләнеп ҡараһам, этте ниҙер үткәрмәй. Эт минән 10 метрҙар самаһы ғына алыҫлыҡта, һуҡмаҡта бер ни юҡ. Йүгереп килеп нимәгәлер бәрелә лә, ҡолап илай. Әйтерһең, быялаға килеп бәрелә был. Яҡын бара башлағайным, этемде ҡайышынан ниҙер күтәреп алды, эт һығыла башланы. Артҡа сиктем. Этте төшөрҙөләр. Бындай ваҡиға таныш булғас, этте ҡалдырып киттем. Ярты сәғәттән һуң ғына ул беҙҙе ҡыуып етте.

Ошоға оҡшаш ваҡиғаны район башлығын йөрөткән водитель Юрий Афанасьевич һөйләп торғайны. Улар Өфөгә иртәнге кәңәшмәгә өлгөрөр өсөн төнөн юлға сығалар. Элек Сәрмән аша юл юҡ ине. Маҡарға етеп барғанда, машина нимәгәлер төкөлөп, туҡтап ҡалдыҡ, ти. "Сығып ҡарайбыҙ - бер нәмә юҡ, ҡуҙғалабыҙ тиһәк, машина китә алмай. Артҡараҡ сигеп, термостағы сәйҙе эсеп, бер аҙ ҡапҡылап алғас, машинабыҙҙы ебәрҙеләр", - тине ул. Тимәк, кешелек доньяһы менән кемдәрҙер йә тәжрибә үткәрә, йә шаяра, күрәһең. Шуныһы мәғлүм, ҡалаларҙа, машиналар мыжғып йөрөгән урындарҙа улар бик осрамай, йәшәр өсөн тыныс урын эҙләйҙәрҙер, сөнки кешене, этте, кешеләр ҡулланған ҡорамалдарҙы яратып бөтмәйҙәр. Ҡайһы бер ауылдарҙа урманға эшкә китеп, аҡылға зәғифләнеп ҡайтҡан ағай-эне тураһында ла йыш ишетелә торҙо элек.

М. Ишмөхәмәтов.

(Интернеттағы асыҡ сығанаҡтан алынды).

Автор:
Читайте нас