Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
12 Август 2025, 09:10

Көн ҡаҙағында – сәләмәтлек, йәйге ял, бүреләр һ.б. мәсьәләләр

Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе.

Көн ҡаҙағында – сәләмәтлек, йәйге ял, бүреләр һ.б. мәсьәләләр
Көн ҡаҙағында – сәләмәтлек, йәйге ял, бүреләр һ.б. мәсьәләләр

Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин киңәйтелгән оператив кәңәшмә үткәрҙе. Уның барышында төрлө эштәр, планлаштырылған сараларға әҙерлек барышы һәм райондың көнүҙәк мәсьәләләре, район үҙәк дауаханаһының ауылдарҙа күсмә ҡабул итеү барышы, медицина ярҙамы ойоштороу мәсьәләләре ҡаралды.

 

-Үткән ике айҙа Ишдәүләт, Килдеғол, Ҡолғана, Һарғая, Ғәлиәкбәр, Ҡотан, Мәҡсүт, Брәтәк, Асҡар, Исламбай ауылдарына 13 ҡабул итеү ойошторолоп, 302 кеше медицина тикшереүе үткән. Күсмә ҡабул итеүҙәр октябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк, төп маҡсат–халыҡты сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге менән тәьмин итеү.

Һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт учреждениеларында көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек барышы мәсьәләләренә туҡтап үттек. Күсмә тикшереүҙәр барышында асыҡланған барлыҡ етешһеҙлектәрҙе үҙ ваҡытында бөтөрөргә кәрәк.

"Реаль эштәр", "Кесе Ватан мәҙәниәте" проекттары сиктәрендә район мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһы нығытыла. Был проекттар мәҙәниәт учреждениеларының эш сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән, шуға мәҙәниәт буйынса эшмәкәрлектең һөҙөмтәләрен тейешле кимәлдә булыуын көтәбеҙ.

"Ағиҙел" тәрбиәүи-һауыҡтырыу лагерының йәйге һауыҡтырыу эшенә йомғаҡ яһалды. Муниципаль район биләмәһендә балалар өсөн берҙән-бер лагерь, беҙ лагерь киләһе ял миҙгелендә лә күберәк балалар йыйһын, уларға лайыҡлы йәйге ял итеү мөмкинлеге бирә алһын өсөн артабан да тырышасаҡбыҙ. Лагерь эшендә, балаларҙың ялын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәм.

 

Иҫке Собханғол ауыл биләмәһен төҙөкләндереү буйынса һорауҙар ҡаралды.
Йорт хайуандарын (эттәр) тотоу ҡағиҙәләрен үтәү, эйәһеҙ эттәр мәсьәләһенә иғтибар итеүегеҙҙе теләйем. Быйыл эт тешләүенә бәйле 3 мөрәжәғәт теркәлгән, шул иҫәптән үткән аҙнала - 1 осраҡ. Эт хужалары үҙҙәренең йорт хайуандары өсөн тейешле шарттар булдырырға, йәмәғәт урындарында йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәргә һәм тирә-яҡтағыларға зыян килтереүгә юл ҡуймаҫҡа бурыслы.

 

“Инцидент-менеджмент” системаһы аша, социаль селтәрҙәрҙәге район хакимиәтенең рәсми төркөмдәренә килгән һорауҙар ҡаралып, тейешле күрһәтмәләр бирелде.

 

Район биләмәһендә бүреләрҙең ауылдарға сығыу, шулай уҡ уларҙың йорт хайуандарына һөжүм итеү осраҡтары йышайҙы. Ауыл халҡының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, бүреләр һанын көйләү буйынса саралар күрелә. Муниципаль райондың һунарсылыҡ хужалыҡтары инспекторҙарына – Башҡортостан һунарсылар Һәм балыҡсылар Ассоциацияһы, «Бөрйән-тур» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, дөйөм ҡулланылыштағы һунарсылыҡ биләмәләре инспекторҙарына буре аулау өсөн 4 сентябргә тиклем срогы булған сикләүһеҙ лицензиялар бирелә. Бүреләрҙе аулау өсөн һунарсылар бригадалары булдырыласаҡ.

 

Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип хәбәр итә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район етәксеһе.

Көн ҡаҙағында – сәләмәтлек, йәйге ял, бүреләр һ.б. мәсьәләләр
Көн ҡаҙағында – сәләмәтлек, йәйге ял, бүреләр һ.б. мәсьәләләр
Көн ҡаҙағында – сәләмәтлек, йәйге ял, бүреләр һ.б. мәсьәләләр
Көн ҡаҙағында – сәләмәтлек, йәйге ял, бүреләр һ.б. мәсьәләләр
Көн ҡаҙағында – сәләмәтлек, йәйге ял, бүреләр һ.б. мәсьәләләр
Көн ҡаҙағында – сәләмәтлек, йәйге ял, бүреләр һ.б. мәсьәләләр
Көн ҡаҙағында – сәләмәтлек, йәйге ял, бүреләр һ.б. мәсьәләләр
Автор:
Читайте нас