Бөгөн сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау һәм халыҡты медицина хеҙмәтләндереүе өлкәһендәге ағымдағы хәл, Иҫке Собханғол, Байғаҙы һәм Кейекбай ауыл биләмәләрендә төҙөкләндереү эштәре, һәр аҙна барырға тейешле “Таҙалыҡ көндәре” экологик акцияның барышы, “Инцидент-менеджмент” системаһы эшенә бәйле һорауҙар ҡаралды.
-Дөйөм алғанда, районда хәл тотороҡло килә, әммә район халҡына йәнә бер тапҡыр көнкүрештә һәм тәбиғәттә янғындарҙы булдырмау, һыу объекттарында, урманда хәүефһеҙлек сараларын үтәү һәм уяулыҡты һаҡлау тураһында иҫкәртергә теләр инем.
Талпандарға бәйле хәл актуаль булып тора. Миҙгел башынан үҙәк район дауаханаһына талпан ҡаҙалыуы буйынса 76 кеше мөрәжәғәт иткән, шул иҫәптән 26 бала. Үткән аҙнала ағыулы йылан сағыуҙың да 1 осрағы теркәлгән. Һаҡ булығыҙ!
Ауыл биләмәләрендә барған төҙөкләндереү эштәренә килгәндә, таҙалыҡ һәм тәртип мәсьәләһенә йәнә бер туҡталабыҙ. Һәр ойошма, шәхси хужалыҡ үҙҙәренең биләмәләрен таҙалыҡта һәм тәртиптә тотҡанда ғына был эш ыңғай барасаҡ. Тәртип һәр кешенең үҙенән башлана. Эргә-тирәләге ҡый үләндерен даими сабып торорға, шулай уҡ урмандарҙа, юл ситтәрендә, ауыл урамдарында сүп-сар ташланмаҫҡа тейешле.
Көндәр кире йылыныу менән барыһы ла һыу инергә ашыға. Һыуҙа ял итеү хәүефһеҙ үтһен өсөн һыу инеү ҡағиҙәләре мотлаҡ үтәлергә тейеш.
Рөхсәт ителгән урындарҙа ғына һыу инергә мөмкин. Балаларҙы һыу инергә үҙҙәрен генә ебәрмәгеҙ, һыу эргәһендә ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы бәлә-ҡазаларҙан һаҡлағыҙ!
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тине район етәксеһе Р. Абдуллин.