Был парник газдары концентрацияһының артыуы йоғонтоһонда һуңғы йылдарҙың йылыраҡ була барыуы менән бәйле, тип билдәләне эксперт. Уның һүҙҙәренсә, әлегә был процесты тотороҡландырып булмай. Бынан тыш, океан температураһы бик юғары булып ҡала, уның өҫкө ҡатламы ныҡ йылынған.
«Был атмосфера торошона ла йоғонто яһай: океандарҙан килгән йылы һауа температураһын күтәреүгә булышлыҡ итә», — тине Вильфанд.
2025 йыл иң йылы йылдар араһында ниндәй урын алырын йылдың икенсе яртыһында ғына аныҡ әйтергә мөмкин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, синоптиктар бер йыл элек тә шундай уҡ фараз биргәйне, 2024 йылдың йәйе Рәсәйҙә тарихта иң эҫеһе булыуы ихтимал тип яҙғайны Башинформ.