Айһылыу Рәжәп ҡыҙы редакцияға 2002 йылдың 2 мартында килгәйне. Хәбәрсе булып эшләгән осоронда ул районды арҡырыға-буйға нисә тапҡыр иңләп сыҡты икән?.. Уның мәҡәләләре, очерктары бай телле, эстәлекле булыуы менән айырылып торҙо. Иң мөһиме, ул теләһә ниндәй темаға мәҡәләне тиҙ генә яҙып тапшыра килде.
-Эштән китеүемә, берҙән, һаулыҡ яғы сәбәпсе булһа, икенсенән, ейәнсәрҙәремә күҙ-ҡолаҡ булып, эшләп йөрөгән балаларыма ярҙам итергә кәрәк, тип уйлайым – ҡыҫҡаһы, редакциянан китеп, балалар баҡсаһы мөдире булырға ҡарар иттем, - тине Айһылыу, бер аҙ юмор ҙа ҡушып. Йәнә дин буйынса белем алырға ла уйы юҡ түгел.
Хәйер, хаҡлы ялға ла йөкләмә менән оҙаттыҡ ҡәләм оҫ таһын. Айһылыу Рәжәп ҡыҙын хаҡлы ялға оҙатыу сәйендә уға ике ҡалын дәфтәр тапшырҙым – береһе пенсияға сыҡҡан көндән ғүмерендәге иң иҫтәлекле, бәхетле миҙгелдәр хаҡында яҙып барыу өсөн, икенсеһе күңелендә яралған шиғырҙарҙы мәңгеләштереп барыу өсөн. Йәнә “Таң”дан айырылмаҫҡа ла наказ бирҙек - гәзит уҡыусылар киләсәктә лә Айһылыуҙың һутлы телле мәҡәләләрен уҡып кинәнер, моғайын.
“Таң” гәзите мөхәррире Айһылыу Рәжәп ҡыҙына Рәхмәт хаты һәм коллектив исеменән бүләк тапшырҙы.
“Эшкә әрһеҙ, талымһыҙ булды Айһылыу апай, иң яуаплы ваҡиғалар хаҡында яҙырға уны ебәрә инек. Тиҙ яҙа, урын-еренә еткереп яҙа”, тине баш мөхәррир Рушан Шамил улы Байымов.
Әйткәндәй, был кисәлә үткән быуат аҙаҡтарында“Таң”да 10 йыл тир түккән һәм ғүмере буйы күңеле менән журналист, фотограф булып ҡалған Мөнир Фәйзуллин да ҡатнашты. Осраҡлы килеп ингән һымаҡ булһа ла, тап ошо көндә, ошо сәғәттә редакцияла булырға Аллаһ насип иткән булған инде. Ул Айһылыу хаҡында матур һүҙҙәр әйтеп, “Таң”дың бер бите юғалған һымаҡ булды инде”, тип ҡуйҙы.
Эйе, беҙгә тиклем дә сыҡҡан “Таң”, беҙ киткәс тә сығыр. Аллаһҡа шөкөр, бына тигән йәштәр килә алмашҡа. Ләкин һәр бер хеҙмәткәр үҙ урынында, һәр кем ҡабатланмаҫ шәхес бит ул гәзит эшендә. Айһылыуҙың юҡлығы ла үҙен һиҙҙерер, әлбиттә. Сөнки уныҡы кеүек һутлы, рухлы, бай тел һирәктәргә генә тейгән өлөш, район гәзитенең уҡымлы, эстәлекле булыуында Айһылыуҙың роле ҙур булды.
Ҡалайтаһың, тормоштоң уҙ ҡанундары, үҙ миҙгелдәре, үҙ талаптары. Иң мөһиме, Айһылыу Рәжәп ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, “Таң” менән бәйләнеште өҙмәүен теләнек.
Хаҡлы ялда булһа ла, Айһылыуҙың күңеле менән “Таң” ҡыҙы булып ҡалырына иманыбыҙ камил. Ана, Мөнир ағай Фәйзуллин һымаҡ. “Район үҙәгенә килгән һайын аяҡ “Таң”ға тартып ҡына тора. Инеп, хәлегеҙҙе белеп ҡайтһам да күңелгә рәхәт. Ҡайһы саҡ, үҙемде тыйып булһа ла, редакцияға инмәйем. Сөнки ҡулда яҙған мәҡәләм булмаһа, уңайһыҙ һымаҡ”, ти ул.
Тормош дауам итә. Шағирә булараҡ та Айһылыу йондоҙ булып балҡыны, ул – шиғриәт алиһәһе. Киләсәктә яңы шиғырҙарын, китаптарын уҡып һөйөнөргә яҙһын Бөрйәндең талантлы һәм даланлы ҡыҙының!
Тыңһылыу Баһауетдинова.