-Бөгөнгө көндә,үкенескә күрә, беҙҙең арабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡалманы... Беҙгә тыныс тормош һәм аяҙ күк йөҙө бүләк иткән өсөн ҡәҙерле ветерандарыбыҙға йөрәк түренән сыҡҡан оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Еңеү көнө уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының тол ҡатындарын байрам менән ҡотлап, хәл-әхүәлдәрен белешеп сыҡтыҡ. Еңеү көнөн көтөп алған Оренбуркина Александра Андреевнаға - 99 йәш. Киләһе йылда уға үҙенең дә, Бөйөк Еңеүҙең дә юбилейын ҡыуанып ҡаршы алырға яҙһын, тип теләйбеҙ. 93 йәшлек Фәтҡуллина Флүрә Мөжәүир ҡыҙы һаман дәртле, теремек - беҙҙе һоҡландырып донъя көтә. Флүрә апай һуғыш йылдары хәтирәләре менән дә уртаҡлашты. Шулай уҡ 98 йәшлек Воронина Анна Петровнаны ла байрам менән ҡотланыҡ. Улар барыһы ла илгә тыныслыҡ, имен тормош теләй. Ауыр тыл һынауҙарында сыҙамлыҡ һәм рух ныҡлығы күрһәткән еңеү яулаусыларға оло рәхмәт! – тип яҙа үҙенең сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Ғәзиз Миңлеғәле улы.