Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
22 Апрель , 14:15

Был аҙнала 6 көн эшләйбеҙ

Башҡортостанда алты көнлөк эш аҙнаһы көтөлә. Ни өсөн?

Был аҙнала 6 көн эшләйбеҙ
Был аҙнала 6 көн эшләйбеҙ

Май байрамдары алдынан республика халҡы 22 апрелдән 27-һенә тиклем, йәғни дүшәмбенән шәмбегә тиклем эшләй.

Һуңынан 28 апрелдән 1 майға тиклем – дүрт көнлөк оҙайлы ялдар. Киләһе аҙнала ике көн – 2 һәм 3 майҙа ғына эшләйбеҙ.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 9-12 майҙа иһә Еңеү көнө уңайынан ял итәбеҙ. Быйыл 6 ғинуарҙағы байрам көнө 10 майға күсерелде.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-22/v-bashkirii-nachalas-shestidnevnaya-rabochaya-nedelya-3736763

Автор:
Читайте нас: