Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
17 Апрель , 16:00

Уҡыусылар - район хакимиәте башлығында ҡунаҡта

“Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусылары булдылар. Улар менән осрашып һөйләшеү үҙемә лә оҡшаны”, - ти Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғ Манапов.

Уҡыусылар - район хакимиәте башлығында ҡунаҡта
Уҡыусылар - район хакимиәте башлығында ҡунаҡта

-Бөрйән районында йыл һайын уҙғарылып килгән Бөтә Рәсәй һөнәри йүнәлеш биреүсе «Турникетһыҙ аҙна» акцияһы үтә. Акция уҡыусыларҙы, студенттарҙы предприятиелар, ойошмалар эшмәкәрлеге менән таныштырыуға, киләсәк хеҙмәт юлын һайлауҙа ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта Иҫке Собханғол урта мәктәбенең 10-сы синыф уҡыусылары булдылар. Улар менән осрашып һөйләшеү үҙемә лә оҡшаны. Районыбыҙҙың киләсәге ошондай аҡыллы, дәртле, белемгә ынтылышлы йәштәр ҡулында. Бөгөн беҙҙең белгестәр, уларҙың эш йүнәлештәре менән таныштырған экскурсия уҡыусылар өсөн файҙалы булғандыр, киләсәктә ҡуйыр маҡсаттарына ниндәйҙер яңылыҡ, этәргес көс биргәндер, тип ышанам, - ти Ғәзиз Миңлеәхмәт улы.

Уҡыусылар - район хакимиәте башлығында ҡунаҡта
Уҡыусылар - район хакимиәте башлығында ҡунаҡта
Уҡыусылар - район хакимиәте башлығында ҡунаҡта
Автор:
Читайте нас: