Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
3 Апрель , 08:45

Бөрйән ҡыҙы Анастасия 1-се урын яулаған!

Марттың 18-енән 30-ына тиклем Башҡортостанда “Профессионалдар” чемпионатының төбәк этабы үтте. Унда 3144 уҡыусы һәм студент ҡатнашты. 1 апрель көнө Өфөләге “Торатау”Конгресс-холында чемпионаттың еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Бөрйән ҡыҙы Анастасия 1-се урын яулаған!
Бөрйән ҡыҙы Анастасия 1-се урын яулаған!

“Музей педагогикаһы” компетенцияһында Бөрйән ҡыҙы Григорьева Анастасия Владимировна 1-се урын яуланы! Анастасия әлеге ваҡытта Р. Ғарипов исемендәге башҡорт гимназияһында 10-сы класта уҡып йөрөй.

Настя - Иҫке Собханғол ауылы ҡыҙы, Владимир һәм Гөлфиә Григорьевтар ғаиләһендә тыуып-үҫкән.

Анастасияны ҡотлайбыҙ һәм киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ! Афарин, Анастасия!

 
Бөрйән ҡыҙы Анастасия 1-се урын яулаған!
Бөрйән ҡыҙы Анастасия 1-се урын яулаған!
Бөрйән ҡыҙы Анастасия 1-се урын яулаған!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: