Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
2 Апрель , 11:40

Пилотһыҙ осоу аппараттары Татарстанда ике предприятиеға һөжүм иткән

  Татарстанда пилотһыҙ осоу аппараттары «Алабуға» махсус иҡтисади зонаһы территорияһына, республиканың Алабуға һәм Түбәнге Кама предприятиеларына һөжүм иткән. Был хаҡта Татарстан Рәисенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ике кешенең яраланыуы тураһында билдәле.

Пилотһыҙ осоу аппараттары Татарстанда ике предприятиеға һөжүм иткән
Пилотһыҙ осоу аппараттары Татарстанда ике предприятиеға һөжүм иткән

«Етди емереклектәр юҡ, предприятиеларҙың технологик процесы боҙолмаған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Алабуғала бинаның емерелеүе һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр бар. Уларға барлыҡ тейешле ярҙам күрһәтелә», – тиелә рәсми хәбәрҙә.

Республика етәксеһе Рөстәм Миңлехановҡа БПЛА һөжүме тураһында мәғлүмәттәр еткерелеп тора.

«Хәҙер тынсылыҡ һаҡлау һәм ошо енәйәтте ҡылған кешеләр аңлы рәүештә булдырырға тырышҡан паникаға бирелмәү бик мөһим», – тип билдәләне Татарстан Рәисе. 

«Алабуға» махсус иҡтисади зонаһында ятаҡҡа һөжүм иткән пилотһыҙ осоу аппараттары НАТО илдәренең ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Был хаҡта махсус иҡтисади зонаның генераль директоры Тимур Шаһивәлиев белдерҙе.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-04-02/v-tatarstane-bespilotniki-atakovali-neftepererabatyvayuschie-predpriyatiya-3710332

Автор:
Читайте нас: