Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
1 Апрель , 16:40

Һыу баҫыу ихтималлығына әҙер булығыҙ!

Йылға ярҙарында һәм һыу баҫыу ихтималлығы булған урындарҙа йәшәүселәр нимәләрҙе белергә тейеш?

Һыу баҫыу ихтималлығына әҙер булығыҙ!
Һыу баҫыу ихтималлығына әҙер булығыҙ!

Һыу баҫыу ҡурҡынысы янағанда халыҡҡа һыу баҫыу мәлендә үҙҙәрен тотоү һәм хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеү һәм эвакуацияға әҙер  булыу мөһим. Тәғәйен алғанда:

-документтарҙы, медикаменттарҙы, тәү кәрәк булған аҙыҡ-түлекте әҙерләп ҡуйырға;

-ҡиммәтле әйберҙәрҙе юғары ҡаттарға йәки сарҙаҡтарға мендереп ҡуйырға;

-йорт хайуандарын эвакуацияға әҙерләргә;

-экстрен хеҙмәттәрҙең халыҡҡа мәғлүмәт биреүенә иғтибарлы булырға;

-Һыу баҫыу тураһында мәғлүмәт алыу менән туғандарға, таныштарға был турала хәбәр итергә, тиҙерәк эвакуация башларға, тәү сиратта ололарҙы, балаларҙы ҡайғыртырға кәрәк.

Экстрен хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм номер – 112!

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: