Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
1 Декабрь 2023, 16:20

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 22 мөрәжәғәт булған.

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?
Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

(23-30 ноябрь)

Демография
Районда 4 бала тыуған, 2 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. 2 ғаилә никахын тарҡатҡан. 3 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән. Хөрмәтле райондаштар! Ут сығыу осрағына шаһит булһағыҙ, кисекмәҫтән телефон аша 101, 01, 112 номерҙары буйынса махсус хеҙмәттәргә хәбәр итергә ашығығыҙ.
02 хәбәр итә
Район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 22 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә тән йәрәхәттәре һалыу (2), ғаилә низағы (1), эскән килеш ҡабаттан транспорт сараһы менән идара итеү (1), административ хоҡуҡ боҙоу (2), йортта мәйет табылыу (2), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (2), торлаҡ тейелгеһеҙлеген боҙоу (1), экологик хоҡуҡ боҙоу (1), шәхси документтар юғалтыу (1), шәхси мөлкәткә зыян килтереү (1), дауаханаға мөрәжәғәт итеү(алып барыу) (3) һәм башҡалар (7) бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 75 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 55 протокол.

Автор:
Читайте нас: