Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Ноябрь 2023, 17:05

Һарайығыҙҙа ниндәй мал тора?

 (булған хәл) Һарайына йыл буйы инмәгәндер был, тимәһендәр өсөн нимә эшләр кәрәк?

Һарайығыҙҙа ниндәй мал тора?
Һарайығыҙҙа ниндәй мал тора?

Бер ҡатын үгеҙен көйҙөрттөрмәк булып, ире өйҙә булмағас, йомошон еҙнәһенә әйтә. Уныһы, ветеринарҙарҙы эйәртеп, тегенең һарайына бара ла, ҡарап сығып, бер һыйыр менән бер тананан башҡа мал тапмағас, балдыҙына шылтырата:
- Балдыҙ, үгеҙең юҡ та ул.
- Нисек булмаһын, иртән генә шунда тора ине.
- Әлләсе, сығып ҡасмаһа, ней... Һинең малдарың нисәү һуң һарайҙа?
- Бер һыйыр ҙа , бер үгеҙ инде шул, һәйбәтерәк ҡарағыҙ...
Һарайҙа йәмғеһе ике баш ҡына мал барына инде хужабикә ауыҙынан раҫлама алғас, еҙнәй кеше һыны ҡатып көлә башлай, уға аптыранған ветеринарҙар ҙа ҡушыла:
Һарайына бер йыл буйы инмәгәндер был бисә...тиҙәр.
Бер йыл буйына һауып эскән һыйырының быҙауы орғасы икәнен малы инде тана булып еткәнендә лә белмәгән кешеләр ҙә бар икән шул.

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: