Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
14 Ноябрь 2023, 08:35

Тағы бер төлкө өйлө булған...

Быныһы ла “пропискаға инеп”, әҙер ризыҡты ашап, мыңғалай булып йоҡлап ята... Теге әкиәт ысынбарлыҡҡа әйләнә түгелме, дуҫтар? Төлкөләр әҙер өйҙәргә бара ла инә...

Тағы бер төлкө өйлө булған...
Тағы бер төлкө өйлө булған...

-Быйыл төлкөләр әҙер өйҙәрҙә йәшәргә уйлағандар, шикелле.
Был юлы ла бер төлкө бал ҡорто ҡышлай торған омшаникка инеп, рәхәтләнеп ятмаһынмы!
Ярай әле, хужаның кеҫәһендә телефоны булып, фотоға төшөрөп өлгөргән. 6 баш тауыҡтың башына етеп, һимереп, әкиәттәге шикелле әҙер өйҙә бал ҡорттары менән ҡыш сыгырға уйлаған инде хәйләкәр төлкө! – тип яҙа Иҫке Монасиптан Альмира апай Абдуллина.

 

Альмира Абдуллина
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: