Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
13 Ноябрь 2023, 15:30

Мәхәлләләр ҙә ситтә ҡалмай

МХО-ла йөрөүсе яҡташтарыбыҙға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер генә тора яҡташтар – Аллаға мең шөкөр!  

Мәхәлләләр ҙә ситтә ҡалмай
Мәхәлләләр ҙә ситтә ҡалмай

Бына бөгөн Кейекбай ауылы мәсетенең имам-хатибы Фәнил хәҙрәт Мырҙағолов үҙе етәкләгән мәхәлләнең яугирҙәргә гуманитар ярҙам әҙерләүе хаҡында хәбәр итеп, шатлығы менән уртаҡлашты: “ Беҙҙең мәхәллә лә изге эштәрҙән ситтә тороп ҡалмай – бына әле бер йәшник гуманитар ярҙам әҙерләп тә ҡуйҙылар. Инәй-апайҙарға, һеңле-ҡустыларға, ағай-энегә ҙур рәхмәт – сауаптарын насип итһен, Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ һәм бәрәкәт менән бүләкләһен уларҙы!”

Эйе, изге эштәрҙә ярышырға ҡуша динебеҙ. Кейекбайҙар был тәңгәлдә һынатмай.

Мәхәлләләр ҙә ситтә ҡалмай
Мәхәлләләр ҙә ситтә ҡалмай
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: