Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
13 Ноябрь 2023, 09:10

100 баш ҡош-ҡорт алып эшкәрткәндәр! #Айыҡ_ауыл_Байназар

....Был ике зоотехник быйыл йәмғеһе 100 баш ҡош-ҡорт алып, йәй сығарып, өмәләр гөрләтеп ята. Кисә эре буҙ 25 ҡаҙын эшкәртешеп бирҙе ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙары. Әйткәндәй, өмәселәр ҡайтып өлгөрҙөмө-юҡмы, теге һәр береһе 4-5-әр кило тартҡан ҡаҙҙар, 5-6-шарлап, йә Өфө, йә Стәрле яғына «оса ла» башланыуы...

... Бынау ҠӘЙНЕШЕМ, Маликов Афзал Мәһәҙей улын әйтәм инде, Кушнаренко ауыл хужалығы техникумына зоотехник һөнәре алырға уҡый киткәйне бит әле, шундааа, мин әйт тә, һин ҡыуан инде, уҡып ҡына йөрөмәәәй, мирҙә бер тигән йондоҙ-ҡыҙға-СУЛПАНҒА ғишыҡ тотоп, ҡармаҡ һалып йөрөгән бит. Анан , 10 балалы ғаиләлә эш-сиратын белеп үҫкән, туған йәнле, килеп тороп ныҡ егәрле, Саҡмағоштоң саҡматаштай сая был ҡыҙын кәләш итеп алып ҡайтып, БАЙНАЗАРҘА-АТАЙ НИГЕҘЕНДӘ, атлыһы-атынан төшөп,йәйәүлеһе ятып ҡарамалы донъяһын өйрөлтөп көтөп яталар хәҙер, ишшү 4 балаға олатай-өләсәй булып.
....Был ике зоотехник быйыл йәмғеһе 100 баш ҡош-ҡорт алып, йәй сығарып, өмәләр гөрләтеп ята. Кисә эре буҙ 25 ҡаҙын эшкәртешеп бирҙе ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙары. Әйткәндәй, өмәселәр ҡайтып өлгөрҙөмө-юҡмы, теге һәр береһе 4-5-әр кило тартҡан ҡаҙҙар, 5-6-шарлап, йә Өфө, йә Стәрле яғына «оса ла» башланыуы...
Бы крупно-серый пород ҡаҙҙарҙы Стәрлетамаҡтағы « Ашҡаҙ ар»ЛПХ-нан ( ет. А. Политаев) июнь айында уҡ барып алғандар, юл ыңғайы бәпкә алырға теләгән ауылдаштарына ла, теләгән һәр кемгә лә алып ҡайтҡандар тағылма арбалаьына өймәләмә тейәп.
Ҡәйнештең ҡаҙ сала торған ҠУЛАЙЛАМАҺЫ һәтәр шәп, ысын, фотолар араһынан табып, ҡарап, оҡшаһа, үҙегеҙгә эшләп алһағыҙ ҙа була.
.... Әәә, ишшү был ғаилә олооо шатлыҡ-ҡыуаныс кисерә:улдары Алмаз мн килендәре Гөлгенәнең улдары тыуған! Бөгөн «Өмөт» мәсетендә (имам-хәтип Д. Буранбаев) исем дә ататтылар, исеме лә дан-КАМИЛ!
БАЛА-САғаларыбыҙ, туған-тыумаса, дуҫ-иш, ерҙәш-илдәштәьебеҙ бәхетенән ил-йортобоҙ тыныс булып, көткән мал-тыуарыбыҙ мәнфәғәткә яҙып, бәлә-ҡаза, ауырыу-сирҙәр урап үтеп, теүәллектә, йән-тән һаулығында йәшәйек көллөбөҙ ҙә!!! Йәмегеҙ!

Фәнүзә Ишбаева

сәхифәһенән.

Автор:
Читайте нас: