Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
10 Ноябрь 2023, 13:00

Ил өҫтөндә ниҙәр бар?

Бер водитель алкоголь ҡулланған хәлдә руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

 (2-9 ноябрь)

4 сабый тыуған, ике яңы ғаилә барлыҡҡа килгән.  Бер ғаилә никахын тарҡатҡан. 2 райондашыбыҙ вафат булған.

01 хәбәр итә

Аҙна тыныс үткән.

02 хәбәр итә

Район буйынса енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 23 мөрәжәғәт теркәлгән. Улар иҫәбендә кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (3), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (2),  ғаилә низағы (1), шәхси документтар юғалтыу (1),  үҙенә ҡул һалыу (1), урлашыу (2), сит мөлкәткә зыян килтереү (1), кешене кәмһетеү (1), законһыҙ ағас ҡырҡыу (1) һәм башҡалар бар.

Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 75 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 59. Бер водитель алкоголь ҡулланған хәлдә руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:
Читайте нас: