Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
10 Май 2023, 09:00

Ҡый үртәйем, тип, донъяһын үртәгән...

6 майҙа Иглин ҡасабаһында бер нисә ҡоролманы, ике торлаҡ йортто юҡҡа сығарған көслө янғын булған. Ә сәбәбе – ҡый үртәү... Тулыраҡ – артабан.

Ҡый үртәйем, тип, донъяһын үртәгән...
Ҡый үртәйем, тип, донъяһын үртәгән...

 

Иглин ҡасабаһында йәшәүсе ханым хужалығында  ҡый үртәгән. Унан, көсәйә барған утты һүндерергә ҡарар итеп, һыу алырға киткән. Әйләнеп килеүенә ел утты тағы ла көсәйтеп ебәреп, һарайға ут ҡабынғанына шаһит булған. Көслө ел артабан утты мунсаға, башҡа ҡоролмаларға күсергән...

Был ваҡиға буйынса тикшереү эштәре дауам итә. Суд-техник экспертиза тәғәйенләнгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала янғынға ҡаршы режимды боҙған өсөн 1500 протокол төҙөлгән.

Ут менән һаҡ булайыҡ!

Тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ – ихатала, шәхси хужалыҡта ҡый үртәү ҡәтғи тыйыла!!!

https://www.bashinform.ru/news/law/2023-05-09/zhitelnitsa-bashkirii-szhigala-musor-iz-za-vetra-razgorelsya-serieznyy-pozhar-3251083

Автор:Т. Баһауетдинова тәржемә менән әҙерләне.
Читайте нас: