Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
17 Апрель 2023, 11:35

Бөрйәндәр һынатмаған

15 апрель көнө Сибай ҡалаһында “Ирәндек уҡсылары” клубында "Ирәндек уҡсыһы" кубогының һуңғы этабы үткән. Әлбиттә, беҙҙең уғатарҙар был турнирҙан ситтә ҡалмаған. Улай ғына ла түгел, йәнә урындар алып ҡайтҡандар. Тулыраҡ – артабан.

Бөрйәндәр һынатмаған
Бөрйәндәр һынатмаған

-Ярыштың ҡағиҙәһе буйынса, мәргәндәр 18 метрҙан ике урауҙа 60 уҡ атып, артабан ярым финалдарҙа, финалдарҙа көс һынаштылар.
Бөрйән мәргәндәре был юлыла һынатманы, шөкөр.
3-сө этап еңеүселәре:
Һаулыҡтары сикләнгән төркөм уҡсылар араһында:
2-се урында - Хәлилов Сәфәр (яңы уҡсы);

Яңы уҡсылар араһында:
3-сө урында - Ҡотлоғәләмова Динә;
4-се урында - Нурутҡолова Илүзә.

Профессиональ уҡсылар араһында -
2-се урында - Ишкилдин Азат.

Дөйөм 3 этаптың һөҙөмтәһенә килгәндә,
яңы уҡсылар араһында:
2-се урында - Нурутҡолова Илүзә.

Профессиональ уҡсылар араһында (ир-егеттәр):
3-сө урында - Ишкилдин Азат.

Профессиональ уҡсылар араһында (ҡатын ҡыҙҙар):
2-се урында - Ишкилдина Наилә.

Афарин, Бөрйән уҡсылары!

Яңы уҡсыбыҙ Хәлилов Сәфәрҙе дебюты менән ҡотлайбыҙ.
Республика кимәлендә үткән ярышта беренсе тапҡыр ҡатнашып, 2-се урынды яулау бик шәп һөҙөмтә ул!
Артабанда һиңә гел уңыштар насип булһын, гел шулай тырыш булып ҡал!

Аллаға шөкөр, Бөрйән уҡсылары рәтенә бик тырыш, ныҡышмал ғына яңы уҡсылар өҫтәлеүе бик ҡыуандыра, артабан да ярыштарҙа яңы үрҙәр һеҙгә!
Ятып ҡалғансы, атып ҡал! – тип хәбәр итә уғатар Наилә Ишкилдина.

Афарин, уғатарҙар!

Бөрйәндәр һынатмаған
Бөрйәндәр һынатмаған
Бөрйәндәр һынатмаған
Бөрйәндәр һынатмаған
Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: