Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
17 Апрель 2023, 12:00

Бөрйән атһөйәрҙәре Татарстанға барып еткән

15 апрелдә Татарстан Республикаһының Аҡтүбә ҡасабаһындағы ат спорты мәктәбендә “Татнефть” йәмғиәте Кубогына “Аттарҙа көрәш” тигән милли ат спорты төрө буйынса ярыштар үткән. Унда Бөрйән егеттәре ла барып, бына тигән итеп сығыш яһап ҡайтҡандар. Тулыраҡ (һәм фотолар) – артабан.

Бөрйән атһөйәрҙәре Татарстанға барып еткән
Бөрйән атһөйәрҙәре Татарстанға барып еткән

15 апрелдә Татарстан Республикаһының Аҡтүбә ҡасабаһындағы ат спорты мәктәбендә “Татнефть” йәмғиәтенең Кубогына “Аттарҙа көрәш” тигән милли ат спорты төрө буйынса ярыштар үткән. Халыҡта “Ауҙарыш” тип нарыҡланған ярыштарҙа 17 команданан 65 спортсы ҡатнашҡан.

Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа беҙҙең Бөрйән районынан төрлө ауырлыҡ категорияларында 7 спортсы ярышҡа сыҡҡан: 60 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында Әтектән Роберт Баймөхәмәтов, 70 кг-ға тиклем – Әтектән Иҙел Баймөхәмәтов, 80 кг-ға тиклем – Байғаҙынан Ғәҙел Ишҡолов, 90 кг-ға тиклем - Яңы Собханғолдан Фазыл Кинйәбаев, Әтектән Инсур Баймөхәмәтов, 100 кг-ға тиклемге категорияла – Байназарҙан Илнар Салауатов һәм 100 килограмдан юғары категорияла Байназарҙан Айрат Салауатов.

Турнир һөҙөмтәләре буйынса, Илнар Салауатов үҙ категорияһында 2-се урын яулаған, Инсур Баймөхәмәтов үҙ категорияһында – 3-сө.

Район, республика намыҫын яҡлап йөрөгән ир-егеттәргә афариндан башҡа һүҙ юҡ. һеҙҙе алда ла бары тик уңыштар ғына көтөп торһон!

Бөрйән атһөйәрҙәре Татарстанға барып еткән
Бөрйән атһөйәрҙәре Татарстанға барып еткән
Бөрйән атһөйәрҙәре Татарстанға барып еткән
Бөрйән атһөйәрҙәре Татарстанға барып еткән
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: