Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
10 Апрель 2023, 11:15

Их, көйәнтәле һыу юлдары...

 Яҙыусы Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Ҡаһарманова тыуған ауылы Яңы Усманға ҡайтҡан һайын “Аға шишмә сылтыр-сылтыр, мине шишмә нисек онотор...” тип көйләй-көйләй шишмәгә юллана икән. Уның һыу юлында кисергәндәре хаҡында – артабан.

Их, көйәнтәле һыу юлдары...
Их, көйәнтәле һыу юлдары...

Тыуған яҡ, тыуған төйәк менән бәйләнеш, кем өсөн нисектер, минең өсөн ул эсер һыу аша материалләшә. Ауылды һағынып ҡайтам да, ҡотоҡҡа төшәм. Шуның һыуын һоҫоп эсһәм, эсемдәге һағыш баҫылып ҡалғандай була. Ауылыма танһығым ҡанып ҡала. Әллә ниндәй көс, энергия, йыуаныс алам.

Тау аҫтындағы ҡырҡма таштар төбөнән сығып ятҡан шишмәне ҡотоҡ тип үҫтек беҙ. Көйәнтәләп көнөнә әллә нисә бара инек. Элек бөтөн ауыл шунан эсә, аҫтаныраҡ мал да һыулай ине. Хәҙер урамдарҙа колонкалар, ихаталарҙа үҙ ҡоҙоҡтары тигәндәй, шишмә юлын күптәр онотҡан...

Ҡырҙа йәшәгән бер ауылдаш апай яҙып ебәргән, ни эшләп ҡотоҡҡа арнап шиғыр яҙмайһың ул, неужели һағынмайһың, тигән. Уның өсөн дә тыуған яҡ менән бәйләнеш шул һыу тәмендә, тимәк. Ата-әсәйҙәр әхирәткә күсеп бөтөргә, туғандар сәселеп китергә, нигеҙҙәр ҡорорға мөмкин, ә эсеп үҫкән һыу тәме ҡала икән. Һинең аңың һәм хәтерең йәшәгән тиклем һаҡлана икән булмышыңдың ҡайһылыр бер ерендә.

Ҡайтһам, иң беренсе көйәнтәләрҙе эҙләп алып, һыуға барып киләм. Ҡотоҡто сәләмләйем, услап һыуын эсәм, ләмен таҙалайым. Унан биҙрәләремде бәүелтә-бәүелтә ҡайтам. Елкәгә, яурындарға шул йөк етмәй тора бит ул. Күңелгә шул һиллек, шул таҙалыҡ, шул идиллия.

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: