+23 °С
Ясна
-Балалар баҡсаһы янында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған "Беҙ гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар" исемле сара үтте. Байрамға килгән ҡатын-ҡыҙҙар икегә бүленеп ярышып, уйындар уйнап, йырҙар йырлап, сәй эсеп таралыштылар. Шулай уҡ йәрминкә лә бик йәнле генә барҙы. Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ҡыҙҙары тәмле итеп былау бешереп, килгән халыҡты самауыр сәйе менән дә һыйланылар.
Билалова Сажиҙә Вәлит ҡыҙы сарала ҡатнашҡан һәр кемгә бүләктәр таратты.
Афарин, ҡыҙҙар! Киләсәктә лә шулай бер-беребеҙгә ярҙам итеп, аралашып, күңелле йәшәйек, - тип хәбәр итәләр Килдеғол ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.