Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
13 Февраль 2023, 08:40

Әбйәлилде гөрләтеп ҡайтҡандар!

Әбйәлил районының Таштимер ауылында "Башҡорт аты" республика фестиваленә әҙерлек сиктәрендә ат ярыштары үткән. Унда, Бөрйән районының данын яҡлап, беҙҙең райондан да ҡатнашыусылар булды. Тулыраҡ (шул иҫәптән саранан фотолар – сайтта)

Әбйәлилде гөрләтеп ҡайтҡандар!
Әбйәлилде гөрләтеп ҡайтҡандар!

-Ағинәйҙәр менән берлектә, ошо ҙур сарала беҙгә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Республикалабыҙҙың төрлө райондарынан килеүсе оҫталарҙың ауыл хужалығы, халыҡ кәсептәре һәм ҡул эштәренән торған күргәҙмә ойошторолғайны.
Беҙҙә үҙ сиратыбыҙҙа, сергетыштан һәм ат биҙәү әйберҙәренән күргәҙмә ҡуйҙыҡ. Күргәҙмәләрҙе ҡарап йөрөгән баһалама ағзаларын таҡмаҡтар, бейеүҙәр менән ҡаршы алғандан һуң, "Ағинәйҙәр" ҡоро етәксеһе Раҡия Зиннур ҡыҙы күргәҙмәгә ҡуйылған әйберҙәр тураһында аңлатып һөйләне. Байрамда ҡатнашыусылар бик ҙур ҡыҙыҡһыныу, иғтибар менән ҡул эштәрен ҡаранылар. Ойоштороусылар диплом һәм рәхмәт хаты тапшырҙы.
Йәмле аҡ ҡайындары, бейек тауҙары, зәңгәр күлдәре, һәм" Яҡтыкүл" шифаханаһы менән дан тотҡан Әбйәлил еренә мауыҡтырғыс, күңелле сәйәхәт бик оҡшаны. Беҙҙе матур итеп ҡаршы алған, ойоштороусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Эштәрендә уңыштар, ғаилә бәхете теләйбеҙ, - тип хәбәр итәләр “Айыҡ ауыл” исеменә дәғүә итеүсе Исламбай ауылының мәҙәниәт йорто төркөмөндә.

Әбйәлилде гөрләтеп ҡайтҡандар!
Әбйәлилде гөрләтеп ҡайтҡандар!
Әбйәлилде гөрләтеп ҡайтҡандар!
Әбйәлилде гөрләтеп ҡайтҡандар!
Әбйәлилде гөрләтеп ҡайтҡандар!
Әбйәлилде гөрләтеп ҡайтҡандар!
Әбйәлилде гөрләтеп ҡайтҡандар!
Әбйәлилде гөрләтеп ҡайтҡандар!
Әбйәлилде гөрләтеп ҡайтҡандар!
Автор:
Читайте нас: