Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
7 Февраль 2023, 08:45

Төркиәлә ер тетрәү ҡорбандары һаны артҡан. Рәсәй ҡотҡарыусылары ярҙамға юлланған

Төркиә ҡот осҡос фажиғәгә тарыны. Ҡорбандар һаны артыу өҫтөндә. Әле байтаҡ кешеләр тураһында бөтөнләй хәбәр юҡ. Тулыраҡ – сайтта.

Төркиәлә ер тетрәү ҡорбандары һаны артҡан. Рәсәй ҡотҡарыусылары ярҙамға юлланған
Төркиәлә ер тетрәү ҡорбандары һаны артҡан. Рәсәй ҡотҡарыусылары ярҙамға юлланған

Үткән төндә Төркиәгә Рәсәйҙән 100-ҙән артыҡ ҡотҡарыусы ебәрелгән. Улар ер тетрәү эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашасаҡ.

Ғәҙәттән тыш хәл булған урында аэромобиль госпиталь булдырылған. Рәсәй ҡотҡарыусылары үҙҙәре менән эҙләү эштәре өсөн кәрәк булған ҡорамалдар алып барған. Шулай уҡ кинологтар ҙа бар.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ер тетрәү ҡорбандарының һаны Төркиәлә 2921 кешегә еткән. 15 834 кеше тән йәрәхәттәре алған.

Рәсәй туристары өсөн ҡыҙыу бәйләнеш асылған: юллама буйынса юлланыусылар өсөн телефон - 7 (499) 678-12-03, Төркиәгә үҙаллы юлланыусылар өсөн - 7 (495) 695-45-45 .

Төркиәлә 12 февралгә тиклем дөйөм матәм иғлан ителгән. 

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-02-07/2-921-pogibshiy-v-turtsiyu-pribyli-rossiyskie-spasateli-3132846

(Тәржемә менән Т. Сәйфетдинова әҙерләне).

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: