Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
16 Ғинуар 2023, 16:35

Өфөлә Рәхимовҡа һәйкәл буласаҡ!

Өфөлә республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар.

Өфөлә Рәхимовҡа һәйкәл буласаҡ!
Өфөлә Рәхимовҡа һәйкәл буласаҡ!

Был эш генерал Шайморатов һәйкәленең авторы скульптор Салауат Щербаковҡа йөкмәтелгән. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров ошо хаҡта әйтте. Башҡортостан Башлығы Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа өс көн эсендә ошо мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

«Мортаза Ғөбәйҙулла улына һәйкәлде ниндәй итеп күреүен  Салауат Александровичтың [Щербаков – прим. ред.] үҙенән һорарға кәрәк», — тине республика етәксеһе.

“Башинформ”дан.

 

Автор:
Читайте нас: